Район үҙәк китапханаһында үткән “түңәрәк өҫтәл”дә инвалидтарға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды, “2022-2026 йылдарға уңайлы мөхит” муниципаль программаһының ҡарар проекты тикшерелде. Сарала инвалидтар менән эштәре туранан-тура йәки өлөшләтә бәйле күп кенә ойошма етәкселәре, инвалидтар ҡатнашты.
Инеш һүҙ менән район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт, кадрҙар һәм аналитика бүлеге етәксеһе М. Ғүмәров сығыш яһап, райондағы инвалидтар интеграциялары проблемаларына туҡталды, муниципаль программа хаҡында әйтеп үтте.
Район инвалидтарының проблемалары хаҡында район инвалидтар Советы рәйесе Ғ. Ишкинин бәйән итте: “Бөгөн күп кенә физик мөмкинлектәре сикләнгән яҡташтарыбыҙ инвалидлыҡ ала алмай ҡаңғыра. Медиктар ошо тәңгәлдә халыҡҡа яҡыныраҡ булып, уларҙың хәлен төптән аңлаһа ине. Бөгөн түшәктә ятып та инвалидлыҡ алмаған кешеләр бар. Инвалидлыҡ биргәндә кешенең социаль яғына ла иғтибар итһендәр.
Икенсенән, “Уңайлы мөхит” район программаһы буйынса эштәр ал да гөл түгел. Һәр ойошма-предприятиеның етәксеһе алдында ошо про-грамма өҫтәл китабы һымаҡ ятһа ине”.
Район үҙәк дауаханаһы терапевы Р. Билалова инвалидлыҡ ҡайһы осраҡта бирелә, инвалидтар ниндәй хоҡуҡтар менән файҙалана ала, инвалидтарға ҡайһы осраҡта ниндәй техник средстволар бирелә, элек дарыуҙар айына бер тапҡыр бирелһә, хәҙер, ковид сәбәпле, улар 3 айға бер бирелеүе хаҡында һөйләне.
РФ Пенсия фондының райондағы клиент хеҙмәте етәксеһе Д. Аҙанғолов әйтеүенсә, районда 2019 йылда 991 инвалид булһа, әле 897.
“ Ғаилә” хеҙмәте етәксеһе Ю. Бәхтейәрова: “ЕДК-лар кәмене. Элек 600 һум тирәһе алғандарҙыҡы 100-80 һумға ҡалды.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 98-се һанынан уҡығыҙ.