Йәмғиәт
7 Декабря 2021, 10:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 79 протокол төҙөлгән.

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 79 протокол төҙөлгән.

Демография
Үткән аҙнала ра-йонда 3 сабый тыуған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 5 райондашыбыҙ яҡты донъя менән бәхилләшкән. Никах законлаштырыу, айрылышыу осраҡтары теркәлмәгән.

01 хәбәр итә
Бер янғын булған – Байғаҙыла мунса янып киткән.

02 хәбәр итә
Район буйынса эске эштәр бүлексәһенә 29 ноябрҙән 5 декабргә тик-лемге осорҙа енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 41 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә шәхси мөлкәт урлау (1), мутлашыу (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (2), битлек режимын боҙоу (7), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (2), янғын (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), шәхси документтар юғалтыу (2), ғаилә низағы (2) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 79 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 65.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас