Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2021, 10:05

ИҢ БЕРЕНСЕ КЕШЕ БУЛЫҒЫҘ!

...Ул сығып китһә, беҙ башҡаларҙы пыр туҙҙырып әрләйбеҙ. Сөнки беҙ үҙебеҙ өйгә эште эшләгәнбеҙ, башҡалар өсөн яуап тотабыҙ. Шунан Ривал ағай килеп инә лә: "Һеҙҙең яҡшы уҡыуығыҙ бер ни түгел, иң беренсе КЕШЕ булығыҙ!" - ти.

ИҢ БЕРЕНСЕ КЕШЕ БУЛЫҒЫҘ!
ИҢ БЕРЕНСЕ КЕШЕ БУЛЫҒЫҘ!

...Ул сығып китһә, беҙ башҡаларҙы пыр туҙҙырып әрләйбеҙ. Сөнки беҙ үҙебеҙ өйгә эште эшләгәнбеҙ, башҡалар өсөн яуап тотабыҙ. Шунан Ривал ағай килеп инә лә: "Һеҙҙең яҡшы уҡыуығыҙ бер ни түгел, иң беренсе КЕШЕ булығыҙ!" - ти.

... Ошо көндәрҙә ниңәлер уҡытыусым Ривал Рәхмәт улы Баймырҙинды иҫкә төшөрәм. Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡытыусыһы ул. Хәҙер пенсияла инде. Башҡорт теле һәм әҙабиәте уҡытыусыһы Фәнүзә апай менән бергәләп башҡорт йыр донъяһына Сөмбөл Моратова тигән иҫ киткес гүзәл тауышлы йырсыны бүләк итеүселәр.


Беҙ 9-10-сы класта уҡыныҡ Иҫке Монасипта. 1981-1983 йылдар. Совет мәктәбенең совет идеологияһы сәскә атҡан саҡ. Беҙ, икенсе ауылдан килгән балалар, интернатта ятабыҙ. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ривал Рәхмәт улы, дәрескә килеп инә лә өйгә эштәрҙе тикшерә. Кластың старостаһы - Асия, комсорг - мин. Икебеҙ ҙә интернаттыҡылар. Кластағы күпселек уҡыусылар өйгә эшен эшләмәгән. Ул беҙгә ҡарап: " Баймурзина, Яубаҫарова, ниңә улай? Һеҙ өйгә эш эшләгәндә башҡалар ни эшләне" - тип баҫтырып ҡуя.

Ул сығып китһә, беҙ башҡаларҙы пыр туҙҙырып әрләйбеҙ. Сөнки беҙ үҙебеҙ өйгә эште эшләгәнбеҙ, башҡалар өсөн яуап тотабыҙ. Шунан Ривал ағай килеп инә лә: "Һеҙҙең яҡшы уҡыуығыҙ бер ни түгел, иң беренсе КЕШЕ булығыҙ!" - ти.


Ошондай хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Шул уҡ һорау әйтелде. Бер нисә тапҡыр Баймурзина менән Яубаҫарова Ривал Рәхмәт улының үткер һораулы ҡарашы аҫтында оялып баҫып торҙо. Уҡытыусы тағы: "Һеҙҙең яҡшы уҡыуығыҙ бер ни түгел, иң беренсе КЕШЕ булығыҙ!"- тине.
Шунан һуң интернатта өйгә эштәрҙе бергәләп эшләй башланыҡ. Эшләмәй ултырһалар, әрләңкерәп та эшләтә торғайныҡ. Һөҙөмтә булғанмылыр, ләкин Ривал ағайҙың "Иң беренсе КЕШЕ булығыҙ!"- тигән һүҙҙәре минең ҡолағымда хәҙер ҙә яңғырап тора...
Кеше булыу - тимәк, иманлы булыу. Ә иман һүҙе үҙ эсенә күп нәмәне ала - итәғәтле, мәрхәмәтле булыу. Кеше булыу ул - кешелекле булыу. Кеше булыу - кеше ҡайғыһына ҡайғыра, кеше шатлығына ҡыуана белеү...һәм, әлбиттә, аҡыллы булыу.
Земфира Аҡбутина (Яубаҫарова).

Автор:
Читайте нас: