Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2021, 10:25

Тормош ауыр, тип зарланмағыҙ

Тимер ауылында йәшәүсе йомарт һүҙле, теремек кенә Зәйнәп инәй Яубаҫарованың нур балҡыған йөҙө, дәртле баҫып йөрөүе тормошҡа булған һөйөүен сағылдырғандай. 85 йәшенә аяҡ баҫҡан инәй балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең иғтибарына, ҡәҙер-хөрмәтенә һөйөнөп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ә бит уның тормош юлы еңелдән булмаған, үҙе әйтмешләй, күргән-кисергәндәрен бер кемгә лә күрергә яҙмаһын.

Тормош ауыр, тип зарланмағыҙ
Тормош ауыр, тип зарланмағыҙ

Зәйнәп инәй Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында тыуған. 3 ай ғына сағында әсәйһеҙ ҡалып, Әлшәй районындағы балалар йортонда тәрбиәләнә.


-Әлшәйҙә 5 класс тамамланым. Татарса уҡыттылар, шуға ла беҙҙе татар тип йөрөттөләр. 1954 йылда ауылға ҡайттым. Ағайым апайым менән икебеҙҙе ҡарар өсөн 14 йәшендә генә кәләш алды. 17-18 йәштәрҙә, ауыл-да эш булмағас, Сәғиҙә апа-йым менән Бөрйәндәге Ағиҙел ҡасабаһына ағас ағыҙыу эшенә юлландыҡ. Шофер булып эшләп йөрөгән Хәкимйән менән шунда таныштыҡ. Өйләнешкәс, Тимергә күсеп килдек, колхозға эшкә урынлаштыҡ. Эштең ғәрлеге юҡ, колхоз нимә ҡуша, шуны эшләнек. Тик элекке эш эшме ни, кешене язалау инде. Техника булманы, бөтәһен дә ҡул көсө менән башҡарҙыҡ. Бойҙайҙы тоҡҡа тултырып, бер буранан икенсеһенә йөкләп алып барабыҙ, үлсәп, кире ташыйбыҙ. Иген утайбыҙ, силос һалабыҙ. Ашарға юҡ, һыуһата. Хәҙер, шул ваҡытта һағыҙ булһа, шуны сәйнәһәк, ауыҙ, бәлки, кипмәҫ ине, тип уйлайым.


Үлән ашап ҡына көн итә инек ҡайһы саҡта, икмәкте алабутанан бешереп алабыҙ. Үлән, башаҡ ашап үлеүселәр ҙә булды. Көнө буйы эштә булабыҙ, өйҙәге эштәрҙе таң менән йә төнөн эшләйбеҙ, усаҡ яҡтыһында ғына ойоҡ бәйләй инек.


Бала тапҡандан һуң да ял бирелмәне, шунда уҡ эшкә сығабыҙ.


Хәҙер йәшәү өсөн бөтә нәмә лә бар – таң атҡансы ут янып тора, магазин тулы йәнең теләгән әйбер, күптәрҙең өйө газ менән йылытыла, сей утын яғып ыҙалайһы түгел. Тормош ҡыйын, тигән булалар, донъя бик матур, рәхәтләнеп йәшә генә. Кеше ялҡау хәҙер, беҙ булмағанды бар иттек, ә бөгөн күптәр булғанына шөкөр итә белмәй, - ти, әсенеп, инәй.


Ғүмере буйы шофер булып эшләгән ире Хәкимйән менән улар 8 балаға ғүмер биргәндәр.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 96-сы һанынан уҡығыҙ.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: