

Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов Яңы йыл байрамдарын үткәреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Байрам саралары “Юғары әҙерлек” режимы күҙ уңында тотолоп ойоштороласаҡ.
Яңы йыл уңайынан ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, профсоюз ойошмаһы һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында, майҙансыҡтарҙа карнавалдар, театрлаштырылған тамашалар, башҡа саралар үткәрергә тәҡдим ителә.
Шыршыларҙы биҙәгәндә тиҙ тоҡаныусан, еңел янып китеүсән уйынсыҡтар һәм биҙәү материалдары, иллюминация өсөн майшәмдәр, бенгаль уттары ҡулланыу, шулай уҡ шыршы төбөнә мамыҡ түшәү тыйыла.
“Юғары әҙерлек” режимы талаптарына ярашлы, яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, сараларҙа битлек, бирсәткә рәүешендә шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, 1,5 метрлыҡ дистанция һаҡлау шарт.
“Һаумы,
Яңы 2022 йыл!”
район конкурсы
Был конкурс декабрь айында ойошмалар, учреждениелар, төрлө милек формаһындағы предприятиелар, эшҡыуарҙар араһында һәм айырым кешеләр араһында үтә.
Тәүге категория өсөн шарттар:
-Бина янында шыршы ултыртыу;
-Балалар өсөн таусыҡ яһау;
-Ҡар (боҙ) һындар эшләү.
Конкурста ҡатнашырға теләгән айырым кешеләр өйҙәре янына шыршылар ултыртып, уны биҙәй. Төрлө һындар эшләү хуплана.
Еңеүселәр 30 декабрҙә билдәләнә.
“Яңы йыл
әйлән-бәйләне”
Байрам 30 декабрҙә район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда ойошторола. Башланыу ваҡыты – 17.00 сәғәттә.
Байрамдың программаһы:
-“Яңы йыл әйлән-бәйләне”н театрлаштырылған тамаша менән асыу;
-халыҡ уйындары;
-Яңы йыл ритайымы, әйлән-бәйлән.
Конкурста ойошма-учреждениелар, предприятиелар ҡатнаша ала.
Конкурстар:
-Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар конкурсы;
-Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың Яңы йыл ҡотлауы;
-визитка (ҡунаҡтарҙы ҡаршылау, йыр-уйындар);
-байрамға милли аш-һыу;
-иң яҡшы Яңы йыл фейерверкына конкурс.
Район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан ойошма-учреждениелар, предприятиелар коллективтары көсө менән байрамса биҙәлә – боҙ (ҡар) һындар эшләнә.
бал-маскарадтар
ҡасан үтә?
Яңы йыл бал-маскарадтары район үҙәгендә һәм ауылдарҙа, нигеҙҙә, 30 декабрҙә, Ағиҙел ҡасабаһында – 29 декабрҙә, Әтектә 31 декабрҙә үтә.
Етеп килгән Яңы йыл менән, дуҫтар!