Үҙенә тәҡдир тарафынан насип булған һынауҙарҙа һынмай, алдына ҡаялай баҫҡан проблемаларға ла бирешмәй, үҙенең ярсыҡ-өлөштәрҙән ҡораған бәхет ҡорамаһын - аҫыл ғаиләһен күҙ ҡараһындай һаҡлап-яҡлап, өлөшөнә төшкән көмөшкә риза булып, ныҡлы ихтыяры, рух көсө менән башҡаларҙан артыҡ булмаһа, кәм йәшәмәгән гүзәл зат вәкиле ул. Бәхет тәхетендәге ханбикә булып йәшәп ятыуы - әсәһе, һөйгәне, улғынаһы, туғандары солғанышынан, бөтә кәртә-ҡаршылыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сыға алыуынан – әлеге лә баяғы һынмаҫ рухынан, яҡшыға өмөтөнән, ныҡыш холҡонан.
Бәләкәй Ҡыпсаҡ ҡыҙы Шәүрә Тәлғәт ҡыҙы Иманғолова бөгөн хәләле Илшаттың - яратҡан ҡатыны, улы Радмилдың ғәзизе, туғандарының күҙ терәп ҡайтыр кешеһе.
Ә бит, артҡа күҙ һалһаң, күпме йылдар дауаханалар юлын тапау, ҡатмарлы операциялар, һынмаҫ-һыр бирмәҫ өсөн көсәнеүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр, һыҙла-ныуҙар... Уларҙы, моғайын, бер Аллаһ һәм үҙе генә беләлер...
“Ҙур рәхмәтем – атай һәм әсәйемә. Бәләкәй саҡтан ауырыуыма ҡарамай, бирешмәгәндәр, өмөтһөҙлөккә бирелмә-гәндәр – мине дауаха-наларға алып йөрөп, аяҡҡа баҫтырҙылар. 2002, 2003, 2004 йылдарҙа Тула ҡалаһында операция эшләнелар, юл алыҫ, сығым күп, тип торманылар – минең өсөн йәндәрен фиҙа ҡылдылар.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 97-се һанынан уҡығыҙ.