Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 09:30

Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповтың Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә ҡарата мөрәжәғәте

Хөрмәтле райондаштар!3 декабрҙә көслө рухлылар көнө билдәләнә.

Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповтың Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә ҡарата мөрәжәғәте
Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповтың Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә ҡарата мөрәжәғәте

Был дата беҙгә улар хаҡында хәстәрлек күреү, уларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, ваҡытында йылы һүҙ һәм кәрәкле кәңәштәр менән ярҙам итеү хаҡында иҫкәртә. Яҙмыш тарафынан төрлө физик һәм рухи сикләнеүҙәр кисергән замандаштарыбыҙ һәр ваҡыт яҡлауға мохтаж.


Бөгөн мөмкинлектәре сикләнгән граждандарыбыҙ бер ниндәй ҡаршылыҡтарға бирешмәй, тулы тормош менән йәшәй: тырышып эшләй, спорт менән шөғөлләнә, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Ошондай матур ынтылыштарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итеү, башҡалар менән бер рәттән уңайлы шарттар булдырыу – беҙҙең бурысыбыҙ.


Артабан да шулай көслө рухлы һәм әүҙем кешеләр булып ҡалыуығыҙҙы теләйем! Һәр иртәне йылмайып ҡаршы алып, тормоштан йәм табып, ҡаршылыҡтарға бирешмәй йәшәргә яҙһын!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: