“Ҡайным ошо арала пенсияға сығырға тейеш, Алла бойорһа!” - тине. Мин дә эстән генә, ниһайәт, тип уйланым.
Һүҙем Наил Абдуллин тураһында. Ул Ғәлиәкбәрҙә тыуған. Берлектә эш асылғас, ата-әсәһе менән күсеп килгәндәр. 8-се синыфты тамамлағас, Таштимерҙә киң профилле механизаторлыҡҡа уҡый. Ҡаҙағстанда ике йыл Байконурҙа хеҙмәт итә. 1980 йылда ҡайтҡас та леспромхоздың түбәнге бригадаһына эшкә төшә.
Егәрле егетте етәкселәр ҙә тиҙ күрә, шул уҡ йылда тракторға ултырталар. Ана шунан бирле, бөгөнгө көнгә тиклем, тракторҙан төшмәй. 41 йыл. Әйтеүе генә анһат. Элек бит леспромхоздың яҙа-йоҙа көпләнгән машинаһында ир-егеттәр таш яуһа ла эшкә китеп барырҙар ине. Иң үкенеслеһе - ошо ауыр хеҙмәтен кенәгәһенә оператор тип теркәүҙәре арҡаһында льготалы пенсияға сыға алмай.13 йыл ауыр эш стажы һыналмай. Леспромхоз көрсөккә терәлгәс, ҙур ғаиләһен уйлап, икенсе эшкә күсә.
Юл төҙөү-ремонтлау идаралығында 28 йыл эшләй. Эшләгән кешене ҡайҙа ла күрәләр бит ул. Бында ул хөрмәт ҡаҙана. 2006 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған юл төҙөүсеһе” исеменә лайыҡ була. “Маҡтаулы юл төҙөүсе” миҙалы менән бүләкләнә, “Хеҙмәт ветераны” исемен йөрөтә.
Эшләп өйрәнгән кеше ял итә беләме һуң ул?
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 97-се һанында уҡығыҙ.