Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2021, 10:00

Мораҙымдар ҙа программаға ҡушылды

Беҙҙең Байназар ауыл биләмәһе урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ул эшләй башлағандан алып ҡатнаша.

Мораҙымдар ҙа программаға ҡушылды
Мораҙымдар ҙа программаға ҡушылды

Уның ярҙамында Мәһәҙей ауылында балалар майҙансығы төҙөлдө. Яуымбай ауылы ла был программаға ихлас ҡушылды, тик еңеп сығырға өлгәшә алманыҡ. Быйыл Мораҙым ауылы халҡы программала ҡатнашырға теләк белдерҙе. 22 ноябрь көнө халыҡҡа мәғлүмәт еткереү маҡсатында алдан ойоштороу йыйылышы үткәрелде һәм мораҙымдар йыйылышта актив ҡатнашып, был программа аша хәл итерлек мәсьәләләр менән сығыш яһанылар. 


Проблемаларҙы өйрәнеү маҡсатында тағы ла йыйылыштар үтәсәк, аҙаҡ инициатив төркөм булдырып, документтар йыйыу эштәрен төркөм менән берлектә башҡарасаҡбыҙ.


Конкурсҡа йыйған документтар балдар буйынса баһалана. Балл йыйыу өсөн йыйылыштарҙа халыҡтың әүҙемлеге мөһим. Балдар күберәк булған һайын еңеүгә өмөт тә ҙурыраҡ буласаҡ.

Автор:Ә. ЙОСОПОВ.
Читайте нас: