Районыбыҙға 2011 йылда имам-мөхтәсиб ярҙамсыһы булып эшкә килеп, күп кенә яҡшы башланғыстарҙың башында торған Рәсүл хәҙрәтебеҙҙең идеяһы, халыҡ көсө менән төҙөүгә ҡарар ҡылынған, 2014 йылдың 9 авгусында ул осорҙағы Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе - мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин (хәҙер мәрхүм инде, йәне йәннәттә булһын) килеп нигеҙ ташын һалған, фәҡәт халыҡтың көсө менән төҙөлөп ятҡан “Фурҡан” мәсете, әлхәмдүлилләһ, инде эсендә намаҙ ҡылып, Аллаһ тапҡырында ғибәҙҙәттәр үтер хәлгә етте.
Мәсет төҙөлөшө өсөн аҡсаһын, беләк һәм аҡыл көсөн индергәндәргә, халыҡтан аҡса йыйыусы ағинәйҙәргә лә, йәрминкәләрҙә ризыҡ бешереп һатҡандарға ла – барсаһы-барсаһына Аллаһтың рәхмәттәре төшһөн, мең-мең сауаптар улар йөҙөндә эйәләрен тапһын!
Быйылғы йәйҙән алып мәсеттә ниндәй эштәр атҡарылған? Ошо һорауҙарға райондың имам-мөхтәсибе, көнөн-төнөн тигәндәй төҙөлөш эштәре менән мәшғүл Хәсән Әхтәм улы Зарипов яуап бирә:
- Һәр бинаның ныҡлығы һәм йылылығы күпселек нигеҙҙән тора. Заманса материалдар ҡулланып, нигеҙгә һыу инмәһен өсөн изоляция эшләнек, техноплекс менән нығыттыҡ.
Стеналарҙы шпаклевкалау эшен башланыҡ. Әлбиттә, әле был эштең осона сыҡмағанбыҙ. Балконға – ҡатын-ҡыҙҙар намаҙ уҡый торған ергә - таҡта түшәлде. Уның өҫтөнә поролон түшәлеп, өҫтөнә фанера йәйеләсәк.
Түбәгә гипсокартон йәбештереләсәк. Уның өҫтөнән шпаклевка эше көтә, аҙаҡ буяр кәрәк. Өҫтә тартылмалы түбә буласаҡ.
Мәсет эсенә электр утын Руслан Кәримов үткәрәсәк.
Түбәгә (өҫ яҡтан) таҡта, тын алыусы материал, йылылыҡ изоляторы, керамзит һалына.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 93-сө һанында уҡығыҙ.