+1 °С
Болотло
Киләһе йылға подписка башланғас та «Таң»ға яҙылып ҡуйҙым. Тағы ла «Йәшлек», «Башҡортостан ҡыҙы», «Бәрәкәт» һәм балалар өсөн баҫмалар алдырам. Бөтәһенә бергә 4 мең һум булып китһә лә, аҡса йәл түгел.
«Таң»да иң яратып уҡығаным – ҡатын-ҡыҙҙар ижад иткән шиғырҙар. Квитанцияны гел тапшырам, бүләк отоуыма шатмын. Ошо йыйылмаға күҙем ҡыҙғайны былай.
Яҙылығыҙ, уҡығыҙ, «Таң»һыҙ ҡалмағыҙ!