Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2021, 08:56

Дөйөм эш стажы – 53 йыл!

Райондың билдәле шәхесе, хеҙмәт ветераны Самат Шөғәйеп улы Аратовҡа ошо көндәрҙә 85 йәш.

Дөйөм эш стажы – 53 йыл!
Дөйөм эш стажы – 53 йыл!

Ул 1936 йылдың 24 ноябрендә Исламбай ауылында Шөғәйеп һәм Тайба Аратовтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. 1-2-се кластарҙы ауылында уҡый. Атаһы Белорет металлургия комбинатында хеҙмәт армияһында булғас, улар Белоретҡа күсә.


1950 йылда атаһының хеҙмәт срогы тамамланғас, улар кире Исламбайға күсеп ҡайта. 5-се класты Брәтәк 7 йыллыҡ мәктәбендә, 7-сене Аҫҡар мәктәбендә, 8-10-сы кластарҙы Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡый. Йәйгеһен колхозда эшләй. Фрунзе исемендәге колхозда Белорет әҙерләүҙәр контораһы пункты асылғас, яңы ғына мәктәп тамамлаған үҫмерҙе шунда мөдир итеп ҡуялар.


1959 йылда Самат Шөғәйеп улын Аҫҡар ауыл советына секретарь итеп һайлайҙар. 1961 йылда колхоздың комсомол комитетына секретарь итеп ҡуялар. 1962 йылда Исламбай башланғыс мәктәбендә мөдир һәм уҡытыусы булып эшләй. 1963 йылда БДУ-ның биология факультетына уҡырға инә һәм уны 1968 йылда тамамлай.


Уны Аҫҡар 8 йыллыҡ мәктәбенә директор итеп ҡуялар. 1972 йылда мәктәп урта мәктәпкә әйләнә.


1975 йылдың апрелендә С. Аратовты район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары итеп күсерәләр. 1979 йылдан - рәйес. Был вазифала биш йыл эшләй.
1984 йылда 22-се Учалы һөнәрселек училищеһының Бөрйән филиалына директор итеп тәғәйенләнә. Унда ул 12 йыл эшләй. 2005 йылдың апреленә тиклем училищела методист була.


Уның түшен “Партия алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены һәм “Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы” (КПРФ Үҙәк Комитетының) миҙалы биҙәй. Уҡытыусылыҡ эше лә юғары баһаланған – С. Аратов 1993 йылдан «Рәсәй Федерацияһы һөнәри-техник белем биреү отличнигы», 1984 йылдан хеҙмәт ветераны.


Самат Шөғәйеп улы ҡурайсы ла. 1969 йылда Бөрйән ҡурайсылары (етәксеһе Мөхәмәт Ҡәҙерғолов) менән Башҡортостандың 50 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Мәскәү һәм Ленинград ҡалаларында сығыш яһау бәхете тейә уға. Бөрйәндән 10 ҡурайсы бара.


Ҡатыны Сәриә апай менән 4 балаға ғүмер һәм тәрбиә биреп, уларға тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам иттеләр.
Кеше эше менән матур, тиҙәр. Был йәһәттән Самат Шөғәйеп улының күңеле тыныс. Уның дөйөм эш стажы 53 йыл.


Пенсияға сыҡҡас та эштән айырылмаған кеше байтаҡ йылдар райондың ветерандар ойошмаһын етәкләне.
85 йәшлек ғүмер үренән артта ҡалған эҙҙәренә ҡарап ҡыуаналыр ветеран – сөнки унда намыҫ менән үткән юлдар, фиҙакәр хеҙмәт менән биҙәлгән йылдар ята.


Бәрәкәтле оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, ныҡлы һаулыҡ юлдаш булһын ветеранға.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: