Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь , 14:30

Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә «Хәтер юлы»

Филология фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ж. Кейекбаев, М. Ғафури, М. Аҡмулла, З. Вәлиди исемендәге премиялар лауреаты, С. Юлаев ордены кавалеры, Бөрйән районының почетлы гражданины, фольклорсы-ғалим Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 21 ноябрь көнө 5 йыл тулды.

Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә «Хәтер юлы»

 

Ошо айҡанлы Бөрйәндә Ә. Сөләймәновтың һәм уның уҡыусыһы, йәш ғалимә, фольклорсы Гөлнар Юлдыбаеваның яҡты иҫтәлектәренә бағышланған «Хәтер юлы» сараһы уҙғарылды. Сарала Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөббитдинова (Сөләймәнова), өлкән ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Зөһрә Рәмил ҡыҙы Сабирова, фольклор бүлеге аспиранты Марат Әнис улы Ғилманов һәм көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов ҡатнашты.


Хәтер юлы Мөхтәр Сәғитов исемендәге музейға сәйәхәттән башланды. Музей етәксеһе Лилиә Ғайсина М. Сәғитовтың тормош юлы, эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, фольклорсының музейҙа һаҡланған әйберҙәре һәм башҡа экспонаттар менән таныштырҙы. Ҡунаҡтар музейҙы асҡанда төшөрөлгән фильмдан өҙөктәр ҡараны. Боронғо ҡулъяҙмалар буйынса белгес Әхәт Сәлихов Мөхтәр Сәғитовтың ҡайһы бер яҙмаларын Төркиәлә күреүен белдерҙе, ғалимдың музейҙағы башҡа ғилми эштәре менән ҡыҙыҡһынды.


Артабан осрашыу Әхмәт Сөләймәнов исемендәге музейҙа дауам итте. Музей етәксеһе Роза Ғүмәрова Ә. Сөләймәновтың тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны. Ғалим ғүмеренең һуңғы йылдарында «Урал батыр» эпосы өҫтөндә эшләгән. Зөһрә, Асия Манаповалар һәм Айдинә Кәримова ошо эпостан өҙөк һөйләп ишеттерҙеләр. Ҡунаҡтар балаларҙың сығыштарын йылы ҡабул итте, Әхмәт Сөләймәновтың ҡыҙы Нәркәс уларға үҙенең күстәнәстәрен өләште.


Артабан З. Сабирова, М. Ғилманов, Ә. Сәлихов, Н. Хөббитдинова Ә. Сөләймәнов һәм Г. Юлдыбаева менән бәйле иҫтәлектәре менән бүлеште. Зөһрә Сабирова Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана нәшер иткән, яңыраҡ исем туйы үткән рус телендәге «Башҡорт республикаһын төҙөү башында торған дәүләт эшмәкәрҙәренең ғилми мираҫы» исемле китаптың беренсе томы менән таныштырҙы һәм уны район китапханаһына тапшырҙы. Был баҫмала башҡорт халҡының тарихына, этнографияһына, Башҡортостанда революция осорона, Граждандар һуғышына арналған эштәр баҫылған.


Нәркәс Хөббитдинова атаһының өй китапханаһында һаҡланған ҡайһы бер китаптарын музейға тапшырҙы.


Өфө ҡунаҡтары артабан Әхмәт Мөхәммәтвәли улының эҙҙәре буйлап Ғәҙелгәрәй ауылы музейына, Ығышма, Йылҡысыҡҡан күлдәренә сәйәхәт ҡылдылар, фольклорсының ҡәберенә зыярат ҡылдылар.


-Әхмәт Сөләймәнов исемен мәңгелләштереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Өфө ҡалаһында «Башҡортостан сәскәләре» торлаҡ комплексындағы бер урам академик Ә. Сөләймәнов исемен йөрөтә, Башҡорт дәүләт университетында уға арналған махсус кабинет булдырылды, Бөрйән районында уның музейы эшләп тора, йыллыҡтарына бағышланған төрлө саралар уҙа. Әлеге мәлдә уның һуңғы йылдарҙа йәшәгән йортонда таҡтаташ асыу һәм уның тураһында «Тормош хаҡиҡәте» исемле китап сығарыу әҙерләнә. 15 декабрҙә Ә. Сөләймәнов менән Г. Юлдыбаеваның яҡты иҫтәлектәренә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында «Йәш фольклорсылар» мәктәбе уҙғарыласаҡ. Шулай уҡ ғалимдың 7 томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» китабы баҫылырға тейеш.
Атайымдың тыуған яғы, яҡташтары һәм ауылдаштары уның исемен күптән инде мәңгелләштергән, халҡым тип йәшәгән оло шәхес тураһындағы иҫтәлектәр халҡы күңелендә йәшәй, шуныһы ҡыуаныслы. Бөйөк яҡташтарының иҫтәлеген, мираҫын һаҡлаған өсөн район хаҡимиәтенә, мәғариф бүлегенә, Роза Ғүмәроваға рәхмәтлебеҙ, - тине ғалимдың ҡыҙы Нәркәс.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.