Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2021, 15:30

Бер атҡанда өс ҡуян түгел, бер ҡуянға өс пуля тейгәне йәки Журналист кухняһынан бер күренеш...

Редакцияның уазигына ултырып, ауылды сығып та етмәнек, үҙем менән ниндәйҙер аңлайышһыҙыраҡ хәл булғанын аңланым. Аяғымды күтәрәйем, тиһәм, тыңламай. Ҡул менән дә шул уҡ хәл. Өндәшмәйем юлдаштарыма. Автомобиль креслоһына нисек ултырғанмын, шул килеш ҡатҡанмын. Район үҙәгенә етер саҡта ғына, телемде саҡ  әйләндереп, һаҡауыраҡ итеп, мине тура больницаға алып барығыҙ, мин хәрәкәтһеҙ ҡалдым, шикелле, тинем.

Бер атҡанда өс ҡуян түгел, бер ҡуянға өс пуля тейгәне  йәки  Журналист кухняһынан бер күренеш...
Бер атҡанда өс ҡуян түгел, бер ҡуянға өс пуля тейгәне йәки Журналист кухняһынан бер күренеш...

Район үҙәгенә етер саҡта ғына, телемде саҡ  әйләндереп, һаҡауыраҡ итеп, мине тура больницаға алып барығыҙ, мин хәрәкәтһеҙ ҡалдым, шикелле, тинем.

 

Яҙ. Апрель тирәһе ине. Хеҙмәттәшем Айһылыу Ғарифуллина менән материалдар эшләргә ауылдарға сығып киттек. Тәүге туҡтаған ауылда бер ағай менән һөйләшеп ултырабыҙ. Тегенең ыҙалап-ыҙалап һул ҡулы менән яҙып маташҡанын, уң ҡулының гипста торған һымаҡ икәнен күреп, әллә уң ҡулығыҙ һындымы, тип һорауым да булды, ҡаршымда ултырған Айһылыуҙың елле итекле аяғы өҫтәл аҫтынан аяғыма тибеп тә ебәрҙе. Өҫтөмә бер биҙрә ҡайнар һыу ҡойҙолармы ней... Их, ошо телде! Ниңәлер йыш ҡына, сусандап, аҡылдан алда йүгереп теңкәне ҡорота шул нәмә. Тел, ней, әйтә лә ауыҙ эсенә инә лә ҡаса, аҙаҡтан язаһын баш менән йөрәк татый.

 Һуңынан ғына белдем, ағайҙың уң ҡулы йәрәхәтләнеп, хәрәкәтһеҙ ҡалған булған икән.Тиҙ генә был уңайһыҙ хәлдән сығыу юлын күңелемдә әтмәләп, эште яйға һала һалдым былай. Үпкәләмәне.

Тик... йөрәктең бер ситендә ауыртыу ҡалды...

Артабанғы ауылға юл тоттоҡ. Бер алдынғы һауынсыны яҙырға. Ят өйҙөң ҡапҡаһына барып еткәс, ғәҙәттә, мин, ҡапҡаны ҡыҫыбыраҡ, иң тәүҙә эттәре юҡмы икәнлеген ҡарап алам. Ә Айһылыу, тороп тор, эттәре юҡмы икән, тиһәм дә, тура инде лә китте. Өй эстәрәк ултыра. Бер келәтме, аласыҡмы эргәһенән елферҙәп үтеп тә китте был, аңғанса теге келәт аҫтынан елле бер ҡара бурҙай атылып сығып, уның артынан да ташланды. Сынйырҙа булған икән. Айһылыуға бер 10 сантиметр ғына етмәй, сынйыры тартылып, һауала аҫылынып ҡалды. Был күренеште ҡарап торған мин, сай итеп ҡалдым да, шунда эттең Айһылыуҙы талай башлау ихтималлығын күҙ алдыма килтерепме, ҡапҡа бағанаһына һөйәнгән килеш иҫемде юя биреп, шыуып ҡына сүгәләп барам.

Теге йөрәктең тағы бер сите һыҙып ҡына ауыртып ҡуйҙы...

Ҡайтышлай, материал әҙерәк булды, тип баяғы тәүге ауылдың фермаһына инеп ҡайтайыҡ, тип тәҡдим иттем. Эшем эйәһе бындайымса, бензинды бушҡа яҡтырмай берәү. Эңер мәл ине инде. Ферма биләмәһенә туҡтап, һыйырҙар һарайына атлауыбыҙ ҙа булды, күҙ орбитама бина мөйөшөндә генә өйөлөп ятып ҡалған ҡарға һалынған ҡып-ҡыҙыл ит киҫәктәре эләкте. Күрәһең, ҡазаланған булғандыр, бер һыйырҙы бина эсендә бәйле торған  урынында уҡ салғандар. Ҡараңғыраҡта аңғармайыраҡ барып, тап салынған урынына баҫҡанмын да, һыйырҙың башына эләгеп йығыла яҙҙым. Күҙҙәре асыҡ... Ҡотом осто. Тиҙерәк сығып тайыу яғын ҡараныҡ.

Йөрәкте сираттағы ауыртыу һыҙырып үтте...

Редакцияның уазигына ултырып, ауылды сығып та етмәнек, үҙем менән ниндәйҙер аңлайышһыҙыраҡ хәл булғанын аңланым. Аяғымды күтәрәйем, тиһәм, тыңламай. Ҡул менән дә шул уҡ хәл. Өндәшмәйем юлдаштарыма. Автомобиль креслоһына нисек ултырғанмын, шул килеш ҡатҡанмын. Район үҙәгенә етер саҡта ғына, телемде саҡ  әйләндереп, һаҡауыраҡ итеп, мине тура больницаға алып барығыҙ, мин хәрәкәтһеҙ ҡалдым, шикелле, тинем. Тегеләр аптырап китте. Шунан йәнә ойоном. Район үҙәгенә ингәс, юҡ, өйгә алып барығыҙ, атыу больницаға һалалар, тигәнем иҫтә. Сөнки күптән түгел генә дауаханала ятып сыҡҡайным. Өгөтләп ҡараһалар ҙа, күнмәнем.

Машинаға нисек ултырғанмын, шулай  ҡатҡанмын. Водителебеҙ шул килеш кенә күтәреп индерҙе өйөмә. Диванға һалғас та теге аяҡтар яҙылманы. Айһылыу тиҙ ярҙамға шылтыратты. Тик машиналары саҡырыу буйынса алыҫ ауылға киткән булып сыҡты. Медик күршемде саҡырҙылар. “Аяҡтары һыуынып бөткән дә баһа”, тип шешәләргә эҫе һыу тултырып һалғандары инәрле-сығарлы хәтерҙә ҡалған. Унан водитель үҙемдең бер туған медик апайымды алып килгән. Ул юлайҡан больницаға инеп, запас “тиҙ ярҙам” сумаҙанын да эләктергән. Ике медик оҙаҡ ҡына минең ғүмер өсөн көрәште... Система, уколдар...

Бер-бер артлы кисергән өс стресс үҙенекен ҡылған...

Бер атҡанда өс ҡуян, тиҙәр, ғәҙәттә, ә был юлы, киреһенсә, бер ҡуянға өс пуля булды, ахыры.

...Журналист һөнәренең кухняһында бына шундайыраҡ та хәл-ваҡиғалар була, дуҫтар. Әллә күпме яҙмыштарҙы, хәл-ваҡиғаларҙы йөрәк аша иләр кәрәк бит...

Таңһылыу Баһауетдинова.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: