Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2021, 12:05

Экстремистик материалдар таратҡан өсөн яуаплылыҡ

Бөрйән районында йәшәүсе 2 кеше үҙҙәренең “Бәйләнештә” селтәрендәге социаль сәхифәһендә видеояҙма урынлаштыралар. Уның тексы Төмән өлкәһенең Ханты-Мансы - Югра автономия округының Нефтеюган ҡала суды ҡарары (07.04.2011 й.) менән экстремистик материал тип таныла һәм экстремистик материалдарҙың федераль теҙмәһенә индерелә.

Экстремистик материалдар таратҡан өсөн яуаплылыҡ
Экстремистик материалдар таратҡан өсөн яуаплылыҡ

Прокурор ҡарары буйынса Бөрйән районында йәшәүсе 2 кеше экстремистик материалдар таратыуҙары өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Бөрйән районы прокуратураһы Интернет селтәрендә тыйылған экстремистик материалдар таратылыуы факты буйынса тикшереү үткәрҙе.

Бөрйән районында йәшәүсе 2 кеше үҙҙәренең “Бәйләнештә” селтәрендәге социаль сәхифәһендә видеояҙма урынлаштыралар. Уның тексы Төмән өлкәһенең Ханты-Мансы - Югра автономия округының Нефтеюган ҡала суды ҡарары (07.04.2011 й.) менән экстремистик материал тип таныла һәм экстремистик материалдарҙың федераль теҙмәһенә индерелә. Видеояҙманың ирекле ҡулланыуҙа булыуы уның күпләп таратылыуына сәбәпсе була. Экстремистик материалдарҙы таратыу, шулай уҡ уларҙы әҙерләү һәм таратыу маҡсатынан һаҡлау закон менән тыйылған.

Бөрйән районы прокуратураһының тикшереү материалдары буйынса закон боҙоусылар суд тарафынан РФ КоАП-ының 20.29 статьяһына ярашлы, административ яуаплылыҡҡа йәлеп ителделәр. Ғәйепләнеүселәргә штраф рәүешендә яза тәғәйенләнде. Әлеге ваҡытта ҡулланыусыларҙың сәхифәләренән экстремистик материалдар юйылды.

Үрҙә әйтелгәндәргә нигеҙләнеп, прокурор экстремистик материалдар таратҡан өсөн яуаплылыҡ хаҡында аңлата.

Рәсәй Федерацияһында 2002 йылдың 25 июлендәге 114-се “Экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы тороу” Федераль законының 13-сө статьяһына ярашлы, Рәсәйҙә экстремистик материалдарҙы таратыу, социаль, раса, милли йәки дини тарҡаулыҡҡа өндәү, кешене кәмһетеү (уның енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, дингә ҡарашына бәйле) тыйылған. Бындай ғәмәлдәр өсөн административ йә енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

РФ Енәйәт кодексының 280-се стаьяһында экстремистик эшмәкәрлеккә өндәгән саҡырыуҙар өсөн енәйәт яуаплылығы билдәләнгән.

РФ Енәйәт кодексының 282-се статьяһында дошманлыҡ һәм нәфрәт тыуҙырған, шулай уҡ енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, дингә булған мөнәсәбәтенә, социаль ҡатламына ҡарап, халыҡ алдында йәки киң мәғлүмәт саралары аша кешене кәмһеткән өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Ошо статьялар буйынса 5 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһы бирелергә мөмкин.

Законға ҡаршы ғәмәлдәр халыҡ алдында ҡысҡырыныу, киң мәғлүмәт сараларында йәки Интернет селтәрендә мәғлүмәт урынлаштырыу, листовкалар әҙерләү һәм йәбештереү, бина фасадтарында яҙыуҙар ҡалдырыу һәм һүрәттәр эшләү рәүешендә булырға мөмкин.

Федераль теҙмәгә индерелгән экстремистик материалдарҙы таратыу, уларҙы әҙерләү йәки таратыу маҡсатынан һаҡлау граждандарға административ штраф һалыу менән янай. Штраф күләме – 3 мең һумға тиклем, йәки экстремистик материалдарҙы әҙерләү һәм таратыу өсөн ҡулланылған ҡоролмаларҙы һәм материалдарҙы тартып алыу менән бергә 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу.

РФ Енәйәт кодексының 214-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса политикаға, милләткә, расаға, дингә ҡарата нәфрәт һәм дошманлыҡ тыуҙырыу мотивтарында биналарҙы һәм төҙөлмәләрҙе бысратҡан (хурлаған) һәм йәмәғәт транспортында, урындарында сит мөлкәткә зыян килтергән өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Бындай ғәмәлдәр өсөн 3 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү рәүешендә яза билдәләнгән.

Халыҡ алдында террористик эшмәкәрлеккә өндәгән һәм уны аҡлаған өсөн 500 мең һумға тиклем штраф йәки 4 йылға тиклем мәжбүри эштәр, йәки 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы бирелә.

М. Шаморатов, прокурор ярҙамсыһы.

 

 

 

Экстремистик материалдар таратҡан өсөн яуаплылыҡ
Экстремистик материалдар таратҡан өсөн яуаплылыҡ
Автор:М. ШАМОРАТОВ,прокурор ярҙамсыһы
Читайте нас: