Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2021, 12:00

Йәшәүҙән йәм таба беләләр

- Ағайым: “Аҡбулатта төҫкә һылыу ғына һауынсы ҡыҙ эшләй. Башҡалары менән танышып йөрөмә, Хәшиә тигәне тырыш, хатта иҙәндәрҙе һап-һары итеп ҡырып йыуа”, тине.

Йәшәүҙән йәм таба беләләр
Йәшәүҙән йәм таба беләләр

Ғәлиәкбәр ауылы солоҡсолар менән дан тота. Бөгөнгө мәҡәлә геройҙарым да данлыҡлы солоҡсолар династияһынан.


Илнур һәм Нәркәс Ғәлиевтарҙың өйҙәренә юлланғанда беҙ йәш ғаилә менән аралашабыҙ тип уйланыҡ. Бәхетленең байрамы бер көндә, тигән кеүек, беҙ барғанда Илнурҙың ата-әсәһе Нәҙир бабай менән Хәшиә инәй ҙә килгән ине, ялға ҡайтҡан ағаһы Фидан да унда булып сыҡты.


Һүҙҙе Нәҙир бабай башланы. Ул солоҡсолоҡҡа бәйле үҙенең ғаилә тарихы менән таныштырҙы.


-Минең олатайым Ғәле Хәбрахман улы солоҡсо булған. Ул үҙенең эшен атайыма - Сабир Ғәлиевҡа тапшырған. Атайым көслө солоҡсо булды. Уның менән бергә Ғәлиәкбәр, Ғәҙелгәрәй яҡтарында солоҡтар яптыҡ. Ҡартайғас, васыят итеп 25 солоғон биреп ҡалдырҙы.


Солоҡ ҡарау еңел эш түгел, ағас башынан осоп та төшә торғайным. Олоғайғас, башҡорттарҙың изге йолаһы буйынса солоҡтарымды Илнур улыма тапшырҙым. Ҡортто бер кешегә ҡарау ауыр. Шуға күрә ярҙам итешеп йөрөйөм. Фидан улым да бөтә эштәрҙә беҙҙең менән бер ҡаҙанда ҡайнай. Бергәләшеп 40-лаған умарта ҡарайбыҙ. Улдарым тырыштар. Сентябрҙә генә 10 солоҡ юнып ҡайттылар. Тик бына һаман умарталыҡ өсөн ер юллап ала алмайбыҙ, - ти тәжрибәле ҡортсо.


Нәҙир бабай заманында леспромхозда тир түгә, унан һуң сайырсы булып эшләй. Алдынғы эшсе һәр ваҡыт планын арттырып үтәй. Мәҫәлән, сайырҙы 3 тонна 800 килограмм урынына 11 тонна итеп тә тапшырған мәлдәре булған. Намыҫлы хеҙмәтен раҫлаусы почет грамоталары ла бихисап. Әммә ҡасандыр кәрәкмәҫ тип уйлап, утҡа яғып бөткәндәр.


Ағинәйҙәр ойошмаһында йөрөүсе Хәшиә инәйҙең ҡул эштәренә һоҡланмау мөмкин түгел. Сағыу төҫтәрҙән торған сергетыштары, ҡорамалары, башҡорт күлдәге, камзулы, түшелдерек-ҡашмауҙары бик зауыҡлы эшләнгән. Йыр-моң һөйөүсе Хәшиә инәй балалар баҡсаһында 18 йыл музыка етәксеһе булып эшләгән.


Улар 38 йыл бергә татыу донъя көтәләр. 3-әр баш йылҡы, һыйыр һәм башҡа ваҡ мал тоталар.


-Беҙ бер ваҡытта ла үпкәләшеп йөрөмәнек. Бер-беребеҙҙе аңлап йәшәйбеҙ, - тиҙәр Нәҙир бабай менән Хәшиә инәй.


Алыҫта ҡалған күңелле йәшлек йылдарын да хәтерҙәренә төшөрҙөләр.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 92-се һанынан уҡығыҙ.

Йәшәүҙән йәм таба беләләр
Йәшәүҙән йәм таба беләләр
Йәшәүҙән йәм таба беләләр
Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: