Демография
Алдағы аҙнала районда 4 сабый тыуған. Бер яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Айырылышыуҙар булмаған. 2 районда-шыбыҙ яҡты донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Үткән аҙнала Байғаҙы ауылында ташландыҡ бина янған.
02 хәбәр итә
Ноябрҙең 8-енән 14-енә тиклемге ваҡыт эсендә район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 53 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (5), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (3), битлек режимын боҙоу (7), законһыҙ алкоголь продукцияһы һатыу (1), ғаилә низағы (2), законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), тейешле документтарһыҙ ағас ташыу (3), үҙ-үҙенә ҡул һалыу (1), сит мөлкәткә зыян килтереү (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 79 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 65. Бер водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.