Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2021, 11:00

Тырыштар йүнен таба

Һәр кем тормошон үҙе теләгәнсә ҡора. Алдына маҡсаттар ҡуйып, тормош кәртәләренә ҡарамай, тырышып йәшәүселәрҙе күреп, һоҡланаһың. Тимер ауылында йәшәүсе Үлмәҫбаевтар ғаиләһе тап шундайҙарҙан.

Тырыштар йүнен таба
Тырыштар йүнен таба

Рөстәм Ҡәҫтәрән улы мәктәптә ҡаҙанлыҡ операторы, төнгө ҡарауылсы булып эшләй. Эштән бушаған арала техникаһы менән кешеләргә хеҙмәт күрһәтә, йәйен ауылдаштарына тракторы менән бесән саба, тырмата.


Миләүшә Сәғит ҡыҙы быйыл крәҫтиән фермер хужалығы асыуға өлгәшкән. Үлмәҫбаевтар хөкүмәт ярҙамы менән 7 башмаҡ һатып алған. Үҙҙәренең һыйыр, йылҡы малдары ла ишле. Малдарының һөтөнөң тамсыһын да әрәм итмәй эшкәртеп, артҡанын һатыуға сығаралар. Малды һуйып, итен генә һатмайҙар, фаршын, тултырмаһын әҙерләп, таныш-белештәренә тәҡдим итәләр.


Малдарға етәрлек бесәнен дә йүнләр кәрәк. Үҙҙәренең пай ерҙәренән башҡа сабынлыҡтары юҡ. Шуны күҙ уңында тотоп, мал көсө менән ике кешенән 3 йылға арендаға сабынлыҡ һатып алғандар. Уларын кәртәләп, ерен һөрөп ҡуйғандар. Яҙғыһын һоло сәсергә планлаштыралар. Техникаһыҙ мал көтөүе эш түгел, шуға күрә быйыл Т-25 янына үҙ көстәре менән МТЗ-80 тракторы, бесән сапҡыс, тырмалар янына преслау-йыйыу техникаһы һатып алғандар.


Әйткәндәй, ауылдағы ерҙәренең береһе лә буш ятмай. Күп балалы ғаиләгә тип бирелгән биләмәләрендә картуф сәсәләр. Бәләкәй улдарына тәғәйенләп, яҡындан ер һатып алғандар. Унда әлегә таҡтанан булһа ла һарай ултыртып, һыу, электр үткәреп ҡуйғандар.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 91-се һанынан уҡығыҙ. 

Тырыштар йүнен таба
Тырыштар йүнен таба
Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: