Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2021, 12:10

Ҡасан ҡыш килә, тиһегеҙме?

Синоптиктар ҡасан Башҡортостанда һауа торошо ҡышҡыса буласағын әйтте.

Ҡасан ҡыш килә, тиһегеҙме?
Ҡасан ҡыш килә, тиһегеҙме?

Синоптиктар ҡасан Башҡортостанда һауа торошо ҡышҡыса буласағын әйтте.

Аҙна аҙағында ҡыш килә, тип вәғәҙәләйҙәр.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 12-14 ноябрҙә республикала ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ була. 13 ноябрҙә урыны менән ҡар һырынтылары көтөлә.

Быйыл ҡар ғәҙәттәгенән 3-5 көнгә һуңыраҡ ята. Һауа температураһы төндә -1,-8, көндөҙ иһә +2,-4 градус була.

Киләһе аҙнаның башында республикала һауа температураһы түбәнәйә башлай.

Рәсәй Гидрометүҙәге хәбәр итеүенсә, ноябрҙең икенсе декадаһында Башҡортостанда уртаса һауа температураһының норманан бер градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә.

Автор:
Читайте нас: