Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2021, 17:10

РАЙОНДА ЭПИДЕМИОЛОГИК ХӘЛ НИСЕК?

Районда коронавирус пандемияһына бәйле хәлдәр нисек? Сир артамы, кәмейме? Әле нисә кеше ковид-госпиталдә ята?

РАЙОНДА ЭПИДЕМИОЛОГИК ХӘЛ НИСЕК?
РАЙОНДА ЭПИДЕМИОЛОГИК ХӘЛ НИСЕК?

Районда коронавирус пандемияһына бәйле хәлдәр нисек? Сир артамы, кәмейме? Әле нисә кеше ковид-госпиталдә ята?

Яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы брифингта район үҙәк дауаханаһының табип-эпидемиологы Юрий Николаевич Коробчанский ошо һорауҙарға яуап бирҙе һәм түбәндәге мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Ағымдағы йылдың 1  ғинуарынан районда коронавирус менән 1694 кеше ауырыған. Сирҙең иң аҙған мәле сентябргә тура килә - 537 кешелә ковид раҫланған. Октябрҙә 437 кеше сирләгән. Ноябрҙең тәүге 11 көнөндә 30 осраҡ булған. Шул иҫәптән үткән аҙнала 23 осраҡ теркәлгән. Был аҙнаның тәүге 3 көнөндә 7 кеше сирләгән. Ғөмүмән, һуңғы 3 аҙнала сирҙең кәмеү тенденцияһы күҙәтелә.

Сирләүселәрҙең йәш нисбәте түбәндәгесә: балалар – 22, өлкәндәр – 18, эшкә яраҡлы контингент – 60 процент.

Вакцина яһатҡандар араһынан 65 кеше сирләгән. 18 кеше был ауырыуҙы икенсе тапҡыр үткәргән. Әлеге ваҡытта 16 кеше ковид-госпиталдә, 161 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

1 июндән алып 21 кеше ошо мәкерле сир ҡорбаны булған.

Әлеге көнгә районда 4576 кеше вакцина яһатҡан, был планға ҡарата 51 процент.

Һуңғы ваҡытта ОРВИ һәм грипп менән ауырыусылар арта төшкән.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: