Йәмғиәт
11 Ноября 2021, 12:25

КӨҘГӨ САҠЫРЫУ

Иртәнге 6.30 сәғәттә подъем. Роталағы 200 һалдаттың берәү генәһе лә 45 секундта кейенеп, стройға баҫмаһа, рота кире сисенеп, карауатҡа ята. Унан кире подьем, отбой. Барыһы ла өйрәнгәнсе, бер нисә тапҡыр эшләнә былар. Армияла шундай тәртип - берәү барыһы өсөн дә, барыһы берәү өсөн.

КӨҘГӨ САҠЫРЫУКӨҘГӨ САҠЫРЫУ
КӨҘГӨ САҠЫРЫУ

1982 йылдың сентябрь аҙаҡтарында, медкомиссия үтеп бөткәс, бөтә көҙгө саҡырылыусыларҙы район мәҙәниәт йортона тантаналы йыйылышҡа йыйып, Афғанстанда һәләк булған Яңы Монасип егете Азамат Йәғәфәровтың ата- әсәһенә “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены тапшырҙылар.

Совет заманында егеттәр армияға барырға ынтылып торҙо. Күпселеге мәктәпте тамамлағас, ниндәй уҡыу йортона инеү тураһында түгел, ә нисек тә армияла хеҙмәт итеп ҡайтыу тураһында уйланы.

Октябрь башында егеттәрҙе армияға ала башланылар. Тәү сиратта сит илдәргә ебәрәләр – Германия, Польша, Венгрия, Монголия, Вьетнам һ.б. Бик күп ине совет һалдаты хеҙмәт иткән илдәр.

Ярты ай алдан миңә лә саҡырыу килде, 8 ноябргә. Аҙна буйы төрлө ауылдарҙа йәшәгән туғандарҙы йөрөп сыҡтым. Иртәгә армияға тигән көндө төштән һуң мылтыҡ аҫып урман гиҙеп ҡайттым. Ә кискелеккә туғандар йыйылып, мине оҙатыу мәжлесе ойошторҙолар.

Иртәгәһен беҙҙең бәләкәй генә ауылдың бар халҡы тиерлек мине оҙатырға килде. Ул замандағы йола буйынса, бер кемде лә саҡырыу кәрәкмәй, теләгән кешеләр үҙҙәре килә. Армиянан яңыраҡ ҡайтҡан егеттәр армияла үҙеңде нисек тоторға өйрәтәләр. Һәр береһе аҡса бирә - кем 1 һум, кем 3 һум. Бәләкәй генә ауылдың халҡы 200 һумдай аҡса йыйып бирҙе шулай. Әсәм биргән 100 һумды ҡушҡас, 300 һум аҡса йыйылып китте. Сағыштырыу өсөн - ауыл кешеһенең уртаса айлыҡ эш хаҡы 70-90 һум.

Хушлашыу башланғас, ҡайһы бер ҡатындар илаша башланы. Әсәм тегеләрҙе әрләй - һуғышҡа ебәрәбеҙме һуң, тыныс ваҡытта нимәгә иларға, тей. Ә мин эстән генә: “Малайың Афғанға барасаҡ һәм армияла ҡаласаҡ”, тейем. Ул замандағы тәрбиә һөҙөмтәһелер инде, райондан унда һәләк булыусы булһа ла, Афғанстанға барырға хыялландым. Учебканан һуң 200 һалдатты Афғанстанға ебәрергә тейештәр ине. Беҙҙең ротанан ғына 30 һалдат шунда ебәреүҙәрен һорап рапорт яҙҙыҡ. Тик, бәхеткәме, афғанға барырға ла, армияла ҡалырға ла тура килмәне.

Машина ҡуҙғалып киткәс, кузовта бергә ултырған апайҙарым мыршылдаша башланылар. Үҙемә лә ҡыйын булһа ла, уларҙы тыйып маташам, йырлаған булам.

Райүҙәктә йәшәүсе ағайымдарҙа йоҡлап, иртәнге туғыҙҙа военкоматҡа барһам, мин китеүселәр теҙмәһендә юҡмын, миңә повестканы яңылыш ебәргәндәр, иртәгә китәргә тейешмен, ә икенсе егеткә бер көнгә һуң ебәргәндәр.

- Әйҙә, уның урынына мин китәм, - тейем, - ул барыбер килеп өлгөрмәй бит.

Автор:
Читайте нас