Йәмғиәт
11 Ноября 2021, 12:15

“АЙЫҠ АУЫЛ” КОНКУРСЫНА БЕҘҘЕҢ РАЙОНДАН НИНДӘЙ АУЫЛДАР ДӘҒҮӘ ИТӘ?

Башҡортостанда “Айыҡ  ауыл-2021” республика конкурсы бара. Беҙҙең райондан “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында  ҡатнашыу өсөн 17 ауыл ғариза бирҙе.

“АЙЫҠ АУЫЛ” КОНКУРСЫНА БЕҘҘЕҢ РАЙОНДАН НИНДӘЙ АУЫЛДАР ДӘҒҮӘ ИТӘ?“АЙЫҠ АУЫЛ” КОНКУРСЫНА БЕҘҘЕҢ РАЙОНДАН НИНДӘЙ АУЫЛДАР ДӘҒҮӘ ИТӘ?
“АЙЫҠ АУЫЛ” КОНКУРСЫНА БЕҘҘЕҢ РАЙОНДАН НИНДӘЙ АУЫЛДАР ДӘҒҮӘ ИТӘ?

Башҡортостанда “Айыҡ  ауыл-2021” республика конкурсы бара. Беҙҙең райондан “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында  ҡатнашыу өсөн 17 ауыл ғариза бирҙе.

“Айыҡ ауыл-2021» конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары һәм башҡа ведомстволар ҡатнашлығында ойошторола. Бәйге саралары республика Башлығы гранты иҫәбенә үткәрелә.

2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән сараның приз фонды ун тапҡырға арттырылды.

Бәйгенең маҡсаты - кешеләр күңелендә үҙенең һәм яҡындарының һаулығына иғтибарҙы арттырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.

Быйылғы конкурс 2021 йылдың сентябренән 2022 йылдың 30 июненә тиклем ике этапта үтә.

Сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән сараларҙа ыңғай тәжрибә, өлгөлө миҫалдар менән уртаҡлашыу өсөн муниципаль-ара хеҙмәттәшлек тә хуплана. 2020 йылда бындай ысулды Баймаҡ һәм Белорет райондары ҡулланған.

Конкурстың республика этабында еңеүселәр тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап билдәләнәсәк:

- “Эре тораҡ пункттар”;

- “Ҙур тораҡ пункттар”;

- “Уртаса тораҡ пункттар”;

- “Бәләкәй тораҡ пункттар”.

Һәр номинацияла өсәрҙән 12 еңеүсе ҡаралған. Бүләк фонды – 40 миллион һум.

Алты миллион һумлыҡ иң ҙур приз “Эре тораҡ пункт” номинацияһында еңгән ауылға биреләсәк. Номинацияларҙа еңеүселәр 5, 4 һәм 3 миллион һум аласаҡ, тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап, приз суммаһы төрлө буласаҡ.

“Айыҡ ауыл” конкурсына ғаризалар сентябрҙең 16-һынан 30-ына тиклем ҡабул ителде, 1 октябрҙән муниципаль этап башланды.

Конкурста ҡатнашыуға дәғүә итеүселәр алкоголизм менән көрәшкә нигеҙләнгән саралар үткәрергә, аңлатыу эштәре алып барырға те-йеш. Тәүге этапҡа һөҙөмтәне муниципаль райондағы ойоштороу комитеты презентация материалдарына нигеҙләнеп яһай.

Беҙҙең райондан “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында  ҡатнашыу өсөн түбәндәге ауылдар ғариза бирҙе:

- Аҫҡар ауыл биләмәһенән – Исламбай ауылы;

- Әтек ауыл биләмәһенән – Әтек ауылы;

-Байғаҙы ауыл биләмәһенән – Байғаҙы ауылы;

-Байназар ауыл биләмәһенән – Мәһәҙей ауылы;

-Ғәлиәкбәр ауыл биләмәһенән – Ғәлиәкбәр ауылы;

- Ырғыҙлы ауыл биләмәһенән – Мәҡсүт ауы-лы;

- Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһенән – Әбделмәмбәт ауылы;

-Кейекбай ауыл биләмәһенән – Ғәҙелгәрәй ауылы;

-Ҡолғана ауыл биләмәһенән – Һарғая ауы-лы;

-Иҫке Монасип ауыл биләмәһенән – Иҫке Монасип, Яңы Монасип, Нәби ауылдары;

-Иҫке Собханғол ауыл биләмәһенән – Яңы Собханғол, Иҫке Мөсәт, Яңы Мөсәт, Ишдәүләт ауылдары;

- Тимер ауыл биләмәһенән – Тимер ауылы.

Уларға уңыштар теләйек. Ниәт – ярты ғәмәл, сәләмәт тормошҡа ҙур аҙым ул.

Т. Баһауетдинова әҙерләне.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас