Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2021, 14:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

3 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

3 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Демография
Үтеп киткән аҙнала районда 5 сабый тыуған. Никахтар теркәлмәгән. 3 ғаилә тарҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 7 райондашыбыҙ яҡты донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Үткән аҙнала районда бер янғын булған – Байназарҙа пилорама янып киткән.

02 хәбәр итә
25 октябрҙән 1 ноябргә тиклемге осорҙа ра-йон буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 51 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (8), сит мөлкәткә зыян килтереү (2), дауахана-ға мөрәжәғәт итеү (2), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), битлек режимын боҙоу (5), янғын (1), үлтереү (1), ғаилә низағы (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 60 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 43. 3 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: