

Баҙал биҫтәһендә халыҡ иҫәбен алыусы Зөлфиә Зәйнуллинанан иҫәп алыу барышы тураһында һораштыҡ:
-Баҙал биҫтәһе 3 кварталға бүленгән. Мин Ҡадыров, Ш. Бабич, Зәки Вәлиди, Мәктәп, Дуҫлыҡ, Мәсем, Аҡмулла урамдарының бер өлөшөндә иҫәп алып барам. Халыҡтың милләтенән тыш, демографик, иҡтисади һәм социаль мәғлүмәттәрен дә туплайбыҙ. Иҫәп алыу башланғанда көнөнә 15-20 өйгә йөрөнөм, әле һанаулы ғына йорттарға бараһы ҡалды. Кешеләрҙе өйҙә осратыу өсөн күберәк ял көндәре, эштән һуң барырға тырышам. Баҙалда халыҡтың күбеһе аңлап, әйҙүкләп өйгә саҡыралар, рөхсәт менән генә инәм. Ләкин араларында мәғлүмәтле булмағандары ла осрай. «Иҫәп алыу нимә була ул, нимәгә ул, яҙҙырмайым, коммуналь хеҙмәттәргә артыҡ түләү киләсәк», тиеүселәр, хөкүмәтте әрләүселәр ҙә булды.
Милләткә килгәндә, 3-сө кварталда бөгөнгө көнгә күпселек башҡорт халҡы йәшәй, шулай уҡ урыҫ, татар, инглиз, таджик халыҡтары ла бар. Атайҙары урыҫ булыуға ҡарамаҫтан, балаларын башҡорт тип яҙҙырған ғаиләләр булды.
13 кеше «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша, 5 кеше стационар участоктан яҙылған, шулай ҙа уларҙың өйҙәренә барып кодтарын раҫларға кәрәк. Көн һайын эшләгән эшебеҙгә отчет биреп барабыҙ.
Кис көнө ҡайһы бер урамдарҙа яҡтылыҡ булмауы һәм бәйһеҙ эттәрҙең йөрөүе ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Үҙем ошонда тыуып-үҫкәс, халыҡтың күбеһен беләм, эшләүе еңел, иҫәп алыу, кеше менән аралашыу оҡшай, - тине Зөлфиә.