Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2021, 10:00

Руль артында үткән ғүмер

Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе - автомобилистар көнө. Элек был һөнәр эйәләре тотош ауылда бер-икәүҙән артмаһа, бөгөн водителдәр, йәғни “тимер ат” эйәләре ғаиләлә бер-икәү генә лә түгел – 18 йәше тулған һәр береһе техникала. Районда Торсонбаев Марат Байғужа улын белмәгәндәр һирәктер. Элекке шәп һәм үҙ эшенә бик яуаплы ҡараған ысын профессионалдар рәтендәге водитель ул.

Руль артында үткән ғүмер
Руль артында үткән ғүмер

Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе - автомобилистар көнө. Элек был һөнәр эйәләре тотош ауылда бер-икәүҙән артмаһа, бөгөн водителдәр, йәғни “тимер ат” эйәләре ғаиләлә бер-икәү генә лә түгел – 18 йәше тулған һәр береһе техникала.

Районда Торсонбаев Марат Байғужа улын белмәгәндәр һирәктер. Элекке шәп һәм үҙ эшенә бик яуаплы ҡараған ысын профессионалдар рәтендәге водитель ул.

Элек хәҙерге кеүек шарттар, йылы гараждар булманы бит. Машинаны ҡар өҫтөндә ятып ремонтланыҡ, аҫтына ут яғып йылыттыҡ. Урман хужалығында йылы һыу булды былай. Барыбер техниканы һәр саҡ төҙөк һәм юлға сығырлыҡ итеп тоттоҡ”, - ти Марат ағай.
Марат Байғужа улы яҙмышын Әбделмәмбәт һылыуы Нәфисә апай менән бәйләгән. Өс балалары хәҙер үҙҙәре олатай-өләсәй булып бөткән. Оҙаҡ йылдар райпо системаһында эшләп, хеҙмәт ветераны булып хаҡлы ялға сыҡҡан хәләле менән дә юлда танышҡандар.

(Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 87-се һанында уҡығыҙ).

Автор: А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас