Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2021, 14:00

Янғындарға юл ҡуймайыҡ!

Статистика буйынса, ял көндәрендә шәхси секторҙа янғындар һаны арта. Сәбәбе – янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә һәм нормаларына халыҡтың иғтибар биреп еткермәүе. Шуға бәйле, Бөрйән районы хакимиәте район халҡын һәм ҡунаҡтарын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра һәм үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, торлағығыҙҙы ҙур бәләнән алып ҡалырға мөмкинлек биргән бер нисә кәңәш тәҡдим итә.

Янғындарға юл ҡуймайыҡ!
Янғындарға юл ҡуймайыҡ!

Статистика буйынса, ял көндәрендә шәхси секторҙа янғындар һаны арта. Сәбәбе – янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә һәм нормаларына халыҡтың иғтибар биреп еткермәүе. Шуға бәйле, Бөрйән районы хакимиәте район халҡын һәм ҡунаҡтарын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра һәм үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, торлағығыҙҙы ҙур бәләнән алып ҡалырға мөмкинлек биргән бер нисә кәңәш тәҡдим итә.

Янғынды булдырмау өсөн:
1) Уттың асыҡ сыға-наҡтарын файҙаланғанда һаҡ булығыҙ:
-Балаларҙың үҙҙәрен генә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ һәм уларға шырпы, зажигалка, бенгаль уттары һ.б. менән уйнарға юл ҡуймағыҙ;
-Балаларға һәм был приборҙарҙың ҡоролошо менән таныш булмаған кешеләргә газ приборҙарын ҡабыҙырға һәм уның менән файҙаланырға рөхсәт итмәгеҙ;
-Бигерәк тә өйҙә бәләкәй балалар булған осраҡта эшләп торған кәрәсин лампаларын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
-Газ һәм башҡа йылытыу приборҙарында яныу хәүефе юғары булған линолеум йәбештереү өсөн мастика, буяу һәм башҡа нәмәләрҙе йылытмағыҙ;
-Постелдә, һарайҙа, сарҙаҡта, гаражда һәм, ғөмүмән, бының өсөн ҡаралмаған урындарҙа тәмәке тартмағыҙ. Тәмәке төпсөктәрен һалыуға улар өсөн махсус тәғәйенләнгән тәрәнерәк һауыттарҙы ҡулланығыҙ. Төпсөк һауытын тышта ҡағыр алдынан унда быҫҡып ятҡан тәмәке төпсөктәре юҡ икәнлегенә инанығыҙ. Һүнеп бөтмәгән тәмәкегеҙҙе ергә ташламағыҙ;
-Спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан һуң уттың асыҡ сығанаҡтары менән файҙаланмағыҙ;
-Сарҙаҡтарҙа, келәттәрҙә һәм һарайҙарҙа кәрәсин лампалары, майшәмдәр, шырпы менән ҡулланмағыҙ;
-Табалағы майға ут тоҡанһа, уны һыу ҡойоп һүндерергә маташмағыҙ. Ялҡын һүнмәйәсәк.


2) Мейестәрҙе файҙа-ланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ:
-Йылытыу миҙгеле дауамында төтөн сығыу урынының төтөндө һөрәү-һөрәмәүен тикшереп тороғоҙ;
-Барлыҡ мейестәрҙең дә төтөн сыға торған торбалары тиҙ яныусы конструкцияларға тейеп торған урындарында янғынға ҡаршы бүлем менән тәьмин ителгән булырға тейеш. Кирбес мейес менән ағас конструкция араһында ла хәүефһеҙлек һыҙаты булырға тейеш;
-Мейес ауыҙының ишеге төҙөк, ә мейес алдында тимер булырға тейеш;
-Мейесте үҙ ваҡытында аҡлап, кирбестәр араһында, төтөн сығыу юлында хасил булған тишектәрҙе мәлендә һылап тороғоҙ;
-Эҫе ҡуҙҙарҙы, шлакты йәки көлдө хәүефһеҙ урындарға түгегеҙ. Көл эҫе булһа, уның өҫтөнә һыу ҡойоп һүндерегеҙ;
-Уты янып ятҡан мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уны ҡарап тороу бурысын бәләкәй балаларға йөкмәтмәгеҙ;
-Мейестә ут тоҡандырыу өсөн бензин, кәрәсин, дизель яғыулығы һәм башҡа тиҙ янып һәм ялҡынланып китеүсән шыйыҡлыҡтар ҡулланмағыҙ;
-Утынды, таптарҙы киптереү өсөн мейескә һәм мейес алдындағы тимергә һалмағыҙ;
-Янып ятҡан мейес өҫтөндә кейем киптермәгеҙ;
-Мейес ауыҙына һыймаған, осо сығып ятҡан утындарҙы яҡмағыҙ;
-Вентиляция каналдарын төтөн сығыу урыны итеп ҡулланмағыҙ;
-Мейесегеҙҙе ҡыҙҙырғансы яҡмағыҙ.


3) Газ приборҙары менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ:
-Газ еҫе сыҡҡанын тойһағыҙ, газ приборын тиҙерәк һүндерергә кәрәк;
-Газ сығыу урынын һабын шыйыҡсаһы (һабын күбеге) ярҙамында ғына табып була. Шартлау осрағын булдырмаҫ өсөн был маҡсатта асыҡ ут сығанаҡтарын (шырпы, зажигалка һ.б.) ҡулланыу ҡәтғи тыйыла;
-Әгәр ҙә газ еҫе газ приборындағы асыҡ крандан сыҡһа, уны ябырға, бинаны ныҡлап елләтергә һәм шунан һуң ғына утты тоҡандырырға мөмкин;
-Газ плитаһын һәм газ килгән торбаларҙы үҙаллы ремонтларға маташырға ярамай;
-Кран тотҡаларын ҡыпһыуырҙар, сипсылар, асҡыстар менән бормағыҙ, шулай уҡ крандарға, горелкаға ҡаты предметтар менән һуғырға ярамай.


4) Электр үткәргестәрҙең һәм электр менән эшләүсе көнкүреш приборҙарының торошон ҡарап тороғоҙ:
-Электр үткәргестәрҙең эҫе урын аша һалыныуына юл ҡуймағыҙ. Электр үткәргестәрҙе обойҙар, коверҙар менән ҡапламағыҙ. Ҡағыҙ абажурҙар файҙаланмағыҙ;
-Электр иҫәпләгескә тикшерелгән (калиброванный) предохра-нителдәр ҡуйығыҙ, электр үткәргестәрҙең ишелеп тороуына юл ҡуймағыҙ;
-Тройник ярҙамында электр селтәренә бер юлы бер нисә ҡулланыу сығанағы (лампа, үтек, сәйнүк һ.б.) ҡуймағыҙ. Сөнки электр үткәргестә көсөргәнеш барлыҡҡа килеп, ҡыҫҡа ялғаныш (короткое замыкание) килеп сығыуы мөмкин;
-Ҡулдан эшләгән электр менән йылытыу приборҙары ҡулланмағыҙ.
Әгәр һеҙ токка тоташ-тырылғанда көнкүреш техникаһының вилкалары, розеткалары, электр үткәргестәр ныҡ йылына икәнен аңғарһағыҙ, розеткаларҙа осҡонланыу күрһәгеҙ һәм сатнаған һымаҡ тауыштар ишетһәгеҙ, янған резина йәки пластмасса еҫен тойһағыҙ, розеткала көрөм эҙҙәре күрһәгеҙ, тимәк, электр үткәргесе төҙөк түгел тигән һүҙ.
Тиҙ арала уны алыштырыу сараһын күрегеҙ. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: ток (напряжение) аҫтында булған бер ниндәй электр приборын да һыу менән һүндерергә ярамай. Электр приборҙары янып китә икән, тәү сиратта уны розетканан һурырға, әгәр улай мөмкинлек булмаһа, тотош биналағы электрҙы һүндерергә кәрәк.


5) Торлаҡ йорттар янындағы биләмәлә:
-Үҙаллы (килешеүһеҙ) нимәлер төҙөмәгеҙ;
-Биналар араһындағы янғынға ҡаршы урындарҙы материалдар, транспорт һаҡлау өсөн ҡулланмағыҙ;
- Биналар янындағы участкаларҙы төрлө тиҙ яныусан сүп-сарҙан һәм башҡа ваҡ-төйәктән ваҡытында таҙартып тороғоҙ;
-Ишектәр янына һәм эвакуация осрағына кәрәк булыу ихтималлығы булған сығыу урындары тирәһенә төрлө әйберҙәр тултырмағыҙ.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: