-Водитель янында ултырып ҡына йөрөргә ярата инем, үҙемдең башҡа төшкәс, праваға уҡып алырға тура килде. Руль артында йөрөгәнгә 10 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Хәҙер 4-се «атым»да елдерәм.
Алыҫ юлға күп йөрөргә тура килә. Юлдағыларҙы ултыртып алырға тырышам. Уларҙың тормоштары, яҙмыштары тураһында һөйләүҙәре оҙон юлды ҡыҫҡарта. Мине белгәндәр эшем буйынса һорауҙар бирһә, юл буйына консультация биреп барырға ла тура килә.
Бер ваҡыт Белорет яғынан ҡараңғы төшкән мәлдә ҡайтып киләбеҙ. Алда уттар күренә, Мәһәҙей ауылына йыраҡ ҡына, был ниндәй урын икән, тип аптырап киттек.
(Тулы варианты гәзиттең 87-се һанында)