Йәмғиәт
29 Октября 2021, 05:00

Башҡортостан Республикаһының яңыртылған Конституцияһының тексы башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылды

- Башҡортостан парламенты республикабыҙҙың Төп Законына үҙгәрештәр индереү буйынса ҙур эш башҡарҙы, - тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Башҡортостан Республикаһының яңыртылған Конституцияһының  тексы башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылдыБашҡортостан Республикаһының яңыртылған Конституцияһының  тексы башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылды
Башҡортостан Республикаһының яңыртылған Конституцияһының тексы башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылды


- Башҡортостан парламенты республикабыҙҙың Төп Законына үҙгәрештәр индереү буйынса ҙур эш башҡарҙы, - тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

- Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында Рәсәй Федерацияһының яңыртыл-ған Конституцияһының тезистары сағылыш тапты һәм үҫеш алды. Улар араһында социаль гарантияларҙы нығытҡан, илһөйәрлек тәрбиәләүгә, традицион ғаилә ҡиммәттәрен, халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән әһәмиәтле положениелар бар.

Конституция - мөһим норматив документ, барлыҡ хоҡуҡ системаһының нигеҙе булып тора. Бер закон да, бер ҡарар йәки бойороҡ та Конституцияға ҡаршы килә алмай. Ике дәүләт телендәге документ Дәүләт Йыйылышы сайтында баҫылған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас