Әгәр ҙә бара алмаҫтай булһам, кире боролоп ҡайтып китәм, тип иҫкәртеп ҡуйҙым.
Китеп барам, ағайым менән еңгәм ниндәй генә уйҙар кисереп баралар икән, тип уйланам.
Белоретта тимер юл аша сыҡҡанда, ҡаушаным да, артабан китә алманым да ҡуйҙым, арттан сигнал бирәләр. 2-3 минут торғас, ҡуҙғалып киттем. Светофорҙар янынан бисмиллаларымды уҡый-уҡый үтеп китәм. Алан-йолан ҡаранып, Белоретты сығып киттем. Юл уртаһында ҙур бер автобус ултыра. Баҡтиһәң, уны милиция туҡтатҡан икән. Ә мин уларҙы күрмәнем. “Ой, бына ла инде Учалыға китә торған юл”, тип ҡапыл боролһам, унда милиция тора. Мин уны күргәс, аңғармаҫтан нығыраҡ газға баҫтым...
(Дауамы гәзиттең 87-се һанында)