Тапҡан-баҡҡан балаларыңдың донъяуи уңыш-ҡаҙаныштарын күреү – ата-әсә өсөн мең шатлыҡ.
Ҡуллы – ҡулына, уллы улына таяныр, тип белмәй әйтмәй халыҡ. Элек-электән беҙҙең башҡорт халҡында уландарға ҡараш айырым һәм мәртәбәле булған. Заман шойҡаны тейеп, был яҙылмаған ҡанунда тайпылыштар булһа ла, барыбер беҙҙең халыҡта уландарға ҡараш та, талап та, баһа ла үҙенсәлекле, айырым булып ҡала килә.
Байназар уҙаманы Рафиҡ Байназаровтың ғаиләһендә дүрт улан буй еткереп, хәҙер үҙҙәре айырым донъя көтөрлөк, хатта ата-әсәһенә һәр яҡлап терәк булырлыҡ хәлгә еткән.
Һарғая ауылы һылыуы Гөлфирә менән 1991 йылда яҙмышын бәйләгән Рафиҡ һәр йәһәттән уңған – хәләле уға, иш янына ҡуш итеп, бына тигән дүрт улан бүләк иткән.
“Малайҙар үҙаллы, эшһөйәр, спортсы булып үҫте. Иҙәнде лә йыуалар, ҡашығаяҡ йыуыу – ҡыҙҙар эше, тип тә тормайҙар. Хәҙер инде байтаҡ йылдар мине лә, атаһын да бесәнгә лә алып йөрөмәйҙәр. Рафиҡҡа, донъя көткәндә ярҙамсы булһын тип, малайҙарым хатта “Беларусь” тракторы алып бирҙе. Бәләкәйҙән үҙҙәренең йүнен үҙҙәре күреп өйрәнделәр. Форсат табып аҡса эшләргә, беҙгә ярҙам итергә генә торалар.
1992 йылғы Вәли ҡара эшкә, ағас-таш эшенә шәп. Ул ауылда йәшәй, өйләнгән. 1994 йылғы Рәмисебеҙ Әбделмәмбәттән кәләш алды. Радис бәләкәйҙән көрәш менән шөғөлләнә. Рәфил иретеп йәбештереүсе һөнәрен алды.
Мин үҙем ғүмер буйы колхоз осоронда фермала эшләнем. Таңдан сығып китәһең, төнләтеп тигәндәй ҡайтаһың. Бөтә эш шул малайҙар елкәһендә булды инде. Рафиҡ ике тиҫтә йылға яҡын ДРСУ-ла эшләй – бульдозер йөрөтә. Ул уландарҙы ҡатынҡы, ир холоҡло итеп үҫтереүгә көс һалды. Тәрбиә емешен бына хәҙер олоғайған көндә күреп ултырабыҙ – ошо үҙе бәхет инде», - ти Гөлфирә апай.
Баш ҡалала эшләп тә, спорт менән шөғөлләнеп тә өлгөргән Радисҡа афариндан башҡа һүҙ юҡ!
Сентябрь аҙағында Мәскәүҙә “Top fight” ҡатнаш көрәш буйынса профессиональ турнирҙа ҡатнашып, еңеү яулаған. Камиллашыу өҫтөндә Байназаровтар – Радис Мәскәүҙә грэпплинг буйынса үткән 12 ярышта призлы урындар алыуға өлгәшкән! Рәмис тә көрәш менән шөғөлләнә – яҙғыһын Мәскәүҙә 2-се урын яулаған. Төпсөктәре Рәфил Өфөлә “Тархан” көрәш клубында шөғөлләнә, уның да еңеүҙәре, күҙгә эләгер уңыштары бар.
“Көрәш менән бала саҡтан шөғөлләнәм.
(Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 86-сы һанында уҡығыҙ).