Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2021, 10:00

Сирек быуат ашнаҡсы

Ризыҡ таты кешенең ҡулынан, күңеленән, ти икән халыҡ, бында ла дөрөҫлөк бар – Айһылыу Зиннур ҡыҙы эшен яратып, күңелен һалып башҡара.

Сирек быуат ашнаҡсы
Сирек быуат ашнаҡсы

Ризыҡ таты кешенең ҡулынан, күңеленән, ти икән халыҡ, бында ла дөрөҫлөк бар – Айһылыу Зиннур ҡыҙы эшен яратып, күңелен һалып башҡара.

Айһылыу Зиннур ҡыҙы Ғәлиуллина 26 йыл ашнаҡсы булып эшләй.

Ашнаҡсы һөнәрен үҙләштергәс, хеҙмәт юлын Иҫке Собханғолдағы 1-се һанлы балалар баҡсаһында башлай. Тәжрибә туплағас, 2007 йылдан Әбделмәмбәттә эшен дауам итә. Айһылыу апайҙың бешергән аштарын олоһо ла, кесеһе лә ярата. Ризыҡ таты кешенең ҡулынан, күңеленән, ти икән халыҡ, бында ла дөрөҫлөк бар – Айһылыу Зиннур ҡыҙы эшен яратып, күңелен һалып башҡара.


Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙе Айһылыу Ғәлиуллина үҙе бешергән печеньелар, булкалар менән һыйлай. Магазин ризыҡтарын балаларға ашатмайбыҙ. Күберәк духовкала әҙерләй ашнаҡсыбыҙ. Торттарҙы төрлөсә биҙәп, манник, печеньеларҙы телеңде йоторлоҡ итеп бешерә.


Ауылда концерттарҙа әүҙем ҡатнаша, бейергә ярата. Уның сығыштарын халыҡ көтөп ала.


Ана шундай шәп ашнаҡсы эшләй баҡсабыҙҙа, унан йәштәргә өлгө алырға ғына ҡала.

Автор:Г. Ҡарамышева.
Читайте нас: