Хөрмәтле райондаштар! Ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, тиҙ арала 101 йәки 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.
Демография
Октябрҙең 18-енән 22-һенә тиклемге осорҙа районда 1 генә сабый тыуған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 8 райондашыбыҙ яҡты донъя менән бәхилләшкән. Никахтар ҙа, айырылышыуҙар ҙа булмаған.
01 хәбәр итә
Үткән аҙнала бер янғын булған – Ҡотан ауыл мәҙәниәт йорто янған.
Хөрмәтле райондаштар! Ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, тиҙ арала 101 йәки 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.
02 хәбәр итә
Октябрҙең 18-енән 25-енә тиклемге осорҙа ра-йон буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 78 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә шәхси мөлкәткә ҡул һуҙыу (1), үлтереү менән янау (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), ялған документтар эшләү (1), битлек режимын боҙоу (7), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (2), тейешле документтарһыҙ ағас ташыу (4), янғын (1), йәмғиәт урынында эскән килеш йөрөү (1), ярашлылыҡ сертификаты булмаған тауар һатыу (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (3), шәхси документтар юғалтыу (11), ғаилә низағы (3), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (3) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 83 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 62.