Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2021, 14:00

Төндә машина йөрөтөргә өйрәнгән

11 октябрҙә төнгө 1 сәғәт 17 минутта Иҫке Собханғолда М. Сәғитов урамында юл-патруль хеҙмәте инспекторы, полицияның кесе лейтенанты Ғ. Баязитов тарафынан ВАЗ-2115 автомашинаһы туҡтатыла.

Руль артында Бөрйән районында йәшәүсе 2006 йылғы Г. ултырған була. Бәлиғ булмаған Г. әйтеүенсә, ул өйҙән 23.00 сәғәттә, автомобилдең запас асҡыстарын алып, машинала йөрөргә өйрәнергә сыҡҡан.

Тикшереү барышында уның водитель танытмаһы булмауы, машина йөрөтөү хоҡуғына уҡымаған булыуы асыҡлана. Бәлиғ булмаған Г. транспорт сараһы менән идара итеүҙән ситләтелә. Автомобиль тартып алына һәм үҫмерҙең әсәһенә тапшырыла.

Автор: Л. Алтыншина, ЮХХДИ инспекторы.
Читайте нас