Йәмғиәт
22 Октября 2021, 08:00

Ришүәт тәҡдим иткән өсөн дә яза бар

Бөрйән районы буйынса дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе полиция хеҙмәткәрҙәренә ришүәт биргән өсөн яуаплылыҡ тураһында иҫкәртә.

Ришүәт тәҡдим иткән өсөн дә яза барРишүәт тәҡдим иткән өсөн дә яза бар
Ришүәт тәҡдим иткән өсөн дә яза бар

Бөрйән районы буйынса дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе полиция хеҙмәткәрҙәренә ришүәт биргән өсөн яуаплылыҡ тураһында иҫкәртә.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә ришүәт бирергә тырышыу теркәләсәк һәм енәйәт эше асыуға нигеҙ булып торасаҡ. Полиция хеҙмәткәрен ришүәт алыуға этәреү ҙур күләмдәге штраф алыуға, хатта иректән мәхрүм итеүгә килтереүе бар. РФ Енәйәт кодексының 291-се статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, вазифалы кешегә шәхсән йәки икенсе кеше аша ришүәт биргән өсөн ришүәттең суммаһынан 30 тапҡырҙан алып 60 тапҡырға күберәк күләмдәге штраф һалыу йәки ришүәттең суммаһынан 30 тапҡырға күберәк штраф менән 8 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.


Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡтарын, бурыстарын һәм бындай осраҡтарҙа үҙҙәрен нисек тоторға икәнлеген белә. Автоинспекцияның патруль машиналары видеотеркәү менән йыһазландырылған. Улар юлда һәм автомобилдең салоны эсендә нимә барғанын теркәп бара. Гражданиндың полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим итеүен теркәгән яҙма ғәйепләнеүсегә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшенең материалдарына индерелеүе мөмкин.


Дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ һәм административ яуаплылыҡтан ҡасыу маҡсатынан вазифалы кешеләргә аҡса тәҡдим итмәгеҙ, тигән саҡырыу менән мөрәжәғәт итә.

Автор:Л. Алтыншина, ЮХХДИ инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты.
Читайте нас