

Һуңғы ваҡыттарҙа район үҙәгендәге банкоматтарҙың эшләмәүе, шулай уҡ уларҙың әҙ булыуы ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шулай уҡ «Сбербанк» офисында ла сират ҙур. Сәбәбе нимәлә?
Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, «Сбербанк» офисына юл тоттом.
Күптәргә мәғлүм булыуынса, әлеге ваҡытта “Сбербанк”тың банкоматтары алынған. Банктың офисында бер банкомат ҡына эшләй. Икенсеһе электр менән тәьмин итеү мөмкинлеге булмау сәбәпле эшләмәй.
Йәнә “Рәсәй һаҡлыҡ банкы”нда әлеге көндәрҙә бер генә белгес - 8598/0318 һанлы «Сбербанк» подразделениеһы етәксеһе Оксана Ишдәүләтова ғына халыҡты ҡабул итә.
Ни өсөн банкоматтар алынған, ҡасан урынына ултыртыла, ни өсөн бер генә тәҙрә эшләй? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, тәүге клиент булып Оксана Самат ҡыҙына мөрәжәғәт иттем.
-Капиталь ремонтҡа бәйле, банкоматтар алынды һәм «Сбербанк»тың залына ултыртылды. Стена алынғас, хәүефһеҙлек талаптары буйынса, банкоматтар сигнализацияһыҙ ҡалдырылырға тейеш түгел. Подрядсылар ремонтты тамамлағас, 24 сәғәт зонаһында ике банкомат һәм 1 терминал урынлаштырыласаҡ. Ремонт эштәре аҙна эсендә башҡарылып сығыр тип уйлайым. Шулай уҡ район үҙәк дауаханаһы бинаһында өр-яңы модификация менән банкомат эшләй башлаясаҡ. Яңы банкоматты тоташтырыу, видеокүҙәтеү, сигнализациялар ҡуйыу, программа менән тәьмин итеү, тест үткәреү, инкассаторҙарҙың банкоматты эш процесына көйләүе өсөн 10 эш көнө талап ителә. Һәр береһенең үҙ графигы бар.
Банкоматтар, башҡа компьютерлаштырылған техника кеүек үк, ҡайһы саҡ эшләмәҫкә лә мөмкин. Боҙолоу сәбәптәре лә күп төрлө.
Районда йәшәүселәр боҙолған, йә ҡояшҡа ҡыйшайып кипкән карталарын банкоматҡа тыҡһалар, йә бөтөнләй дөрөҫ тыҡмаһалар, банкомат ул картаны йотасаҡ. Аҙаҡтан, банкоматтарығыҙ эшләмәй, тип беҙгә ялыу яғалар. Ә ысынында, банкоматтарҙы махсус ойошмалар хеҙмәтләндерә, ә банк хеҙмәткәрҙәре улар өсөн яуап бирмәй. Шуға күрә эштең айышына төшөнөп етмәйенсә, беҙгә үпкә белдермәһендәр ине.
Тағы бер мөһим хәл. Әгәр ҙә кеше картаһын юғалтһа, нигеҙҙә, ул уны блокка ҡуя. Картаны табып алып, банкоматҡа тығыусылар ҙа осрай. Ул саҡта банкка картаның блокта тороуы хаҡында сигнал килә. Һөҙөмтәлә, банкомат картаны йота һәм боҙола.
Кадрҙар мәсьәләһе буйынса әлеге ваҡытҡа “Сбербанк”та 2 вакантлы эш урыны бар. 3 аҙна эсендә барлығы бер генә анкета килде. Кешеләр банкка эшкә килергә теләмәй. Йәмғеһе 5 кеше эшләргә тейеш. 2 хеҙмәткәргә һаулыҡ тороштары буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирелгән.
Халыҡҡа шуны еткерергә теләр инем: бөтә операцияларҙы бер ниндәй сиратһыҙ «Сбербанк-онлайн»да йәки банкоматтарҙа эшләп була. Бары тик карта һәм «Сбербанк-онлайн»ға тоташтырылған номер ғына кәрәк. Банкка бары тик карта алырға йәки валюта алыштырыу өсөн генә киләләр. Халыҡ шул мөмкинлектәрҙән файҙаланырға өйрәнһен ине.
Әгәр ҙә нимәлер аңлашылмай икән, мобиль банк тоташтырылған булһа, 900 номерына, тоташтырылмаған булһа, өй телефонынан йәки мобиль телефондан 8 800 555 555 0 телефон номерына шылтыратып, бөтә булған һорауҙар буйынса (карта, вклад, кредит, кредит картаһы, банкомат, мутлашыу, терминал, банкоматта аҡсағыҙҙың ҡалыуы, аҡса күсереү, арест һ.б.) мөрәжәғәт итергә була. Шылтыратыу бушлай, - тине О. Ишдәүләтова.