Район үҙәгендә былтыр көтөп алған хеҙмәт - автомобилдәрҙе йыуыу пункты эшләй башланы. Сығыштары менән Әтек ауылынан булған йәштәр - Станислав һәм Әлиә Черновтар автойыуыу салонын үҙ көстәре менән булдыралар.
Улар еңел, кроссовер, юлһыҙ ерҙән йөрөй алыусы машиналарҙы тыштан сайҙырыу, химия менән йыуыу, киптереү, автомобилдең салонының саңын һурҙырыу, йыуыу, таптарҙан таҙартыу, пластик өлөштәрен, приборҙарҙы полироль менән эшкәртеү, ковриктарын йыуыу, быялаһын таҙартыу, шулай уҡ багажник, тәгәрмәстәрҙе йыуыу, тәгәрмәстәрҙең резинаһын ҡарайтыу, запас өлөштәрҙе һәм двигателде йыуыу, өрҙөрөү кеүек хеҙмәттәр күрһәтә. Хаҡтарға килгәндә, мәҫәлән, тәгәрмәстәр йыуыу 10 һум, коврик, панелде йыуыу, таптарҙы бөтөрөү 50-шәр һум, автомобилдең тышын тулыһынса йыуҙырыу 200 һумдан башлана.
Черновтар яңыраҡ салондарында тәгәрмәстәрҙе монтажлау эшен дә башлағандар. Тәгәрмәстәргә монтаж, демонтаж, баланслау кеүек хеҙмәттәр күрһәтелә. Һатыуҙа төрлө ҙурлыҡтағы камералар бар. Әлеге ваҡытта автомобилдәрен йыуҙырыусылар өсөн шиномонтажға 5% ташлама ҡаралған.
Салонда 2 йыуыусы алмашлап эшләй, бер хеҙмәткәр шиномонтаж буйынса сервис күрһәтә.
Клиенттар өсөн уңайлыҡтарҙы ла онотмағандар. Машинаһын йыуҙырған ваҡытта клиент тышта һыуыҡта йә эҫелә көтөп тормаһын өсөн ял итеү бүлмәһе булдырғандар. Унда һыу, һут, еңелсә ҡапҡылап алыу ризыҡтары тәҡдим итәләр, хатта телевизор ҡарап алыу мөмкинлеге лә бар.
-Ҡалала ошондай хеҙмәттәрҙе күреп, Бөрйәндә лә автойыуыу урынын эшләргә, Бөрйән халҡы өсөн уңайлы шарттар булдырырға хыялландыҡ. 2018 йылда төҙөлә башланыҡ, 2020 йылда салон эшләй башланы. Киләсәктә бизнесты ҙурайтырға уйлайбыҙ. Тиҙҙән бинаның 2-се ҡатында автозапчастәр магазины асасаҡбыҙ. Ремонт эштәре тамамланыу өҫтөндә. Сағыштырмаса осһоҙ хаҡҡа еңел, йөк машиналары, тракторҙар өсөн тауарҙар килтерелде. Һораусыларға әле үк һатып та ебәрәбеҙ. Бер бүлмәне ҡуртымға тапшырҙыҡ. Яңыраҡ өйҙә түшәй торған балаҫтарҙы ла йыуа башланыҡ, - тиҙәр йәштәр.
Стас менән Әлиә автойыуыу салонының Инстаграмдағы (avtomoika_burzyan)cәхифәһендә үҙҙәренең яңылыҡтары менән таныштырып баралар. Унда төрлө акциялар, ташламалар тураһындағы белешмәләр ҡуйылған. Үҙеңдең машинаңды ғына йыуҙырып ҡалмай, салон тәҡдим иткән 550, 650, 700, 800, 950, 1000 һумлыҡ сертификаттар ярҙамында яҡындарыңа ла таҙалыҡ бүләк итергә мөмкин. Хәҙерге заманда күп кенә ваҡытты автомобилдә уҙғарырға тура килә. Уның таҙалығы, бөхтәлеге һаулыҡ һәм кәйеф торошона ла бик ҙур йоғонто яһай.
Тырыш, тәүәккәл, ихлас йәштәргә артабан да ғаилә бизнестарының уң барыуын теләйек.