Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2021, 16:00

37 кеше водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән

Закон боҙоусыларҙың күбеһенең суд ҡарарына аңлы мөнәсәбәттә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡануниәттең талаптарын һанға һуҡмаусылар ҙа бар.

37 кеше водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән
37 кеше водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән

Закон боҙоусыларҙың күбеһенең суд ҡарарына аңлы мөнәсәбәттә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡануниәттең талаптарын һанға һуҡмаусылар ҙа бар.

Судта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн водителгә транспорт сараһы менән идара итеүҙән мәхрүм итеү рәүешендәге яза тәғәйенләнһә, РФ КоАП-ының 32.7-се статьяһына ярашлы, ҡарар үҙ көсөнә ингән көндән алып 3 көн эсендә танытма ЮХХДИ органдарына тапшырылырға тейеш.


Ағымдағы йыл башынан эскән килеш транспорт сараһы менән идара иткән өсөн районда 37 кеше водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән. Закон боҙоусыларҙың күбеһенең суд ҡарарына аңлы мөнәсәбәттә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡануниәттең талаптарын һанға һуҡмаусылар ҙа бар. Водитель танытмаһынан мәхрүм ителеп, уларҙы тапшырмаусыларҙың һаны 43. Улар һаман да үҙҙәрен һәм тирә-йүндәгеләрҙе хәүеф аҫтына ҡуйып, автомобилдә хәрәкәт итеүҙәрен дауам итәләр.


Водитель танытмаһын тапшырмаған хәлдә нимә буласаҡ?


Бындай танытма менән йөрөү барыбер килеп сыҡмаясаҡ, сөнки документтарҙы тикшергән ваҡытта мәғлүмәт базаһы транспорт сараһы менән идара итеүҙән мәхрүм ителеү тураһындағы мәғлүмәтте бирәсәк һәм был урында хатта ҡулға алыу ҙа ҡаралған.


Бынан тыш, мәхрүм ителеү ваҡыты документты тапшырған көндән алып ҡына һанала башлай.


Әгәр ҙә һеҙҙең шундай таныштарығыҙ бар икән, уларҙы иҫкәртегеҙ. Водитель танытмаһын тапшырыу һорауҙары буйынса дәүләт автоинспекцияһының территориаль подразделениеһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

 

Автор:Л. Алтыншина, ЮХХДИ инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты.
Читайте нас: