Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2021, 11:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 17 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 17 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

Демография
4 октябрҙән 15 октябргә тиклем районда 8 сабый тыуған. Ике яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ике ғаилә тарҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 17 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.


01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.


02 хәбәр итә
Район буйынса эске эштәр бүлексәһенә октябрҙең 11-енән 17-һенә тиклемге ваҡыт эсендә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 41 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә урлашыу (1), сит милеккә зыян килтереү (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), үлтереү менән янау (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), битлек режимын боҙоу (5), шәхси мөлкәтте һәм документтарҙы юғалтыу (8), ғаилә низағы (2) һәм башҡалар бар.


Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 64 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 45. 1 водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: