Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2021, 12:00

Халыҡ иҫәбен алыу башланды

Бөрйәндә халыҡ иҫәбен алыуҙа 33 иҫәпсе, 6 контролер ҡатнаша.

Халыҡ иҫәбен алыу башланды
Халыҡ иҫәбен алыу башланды

Бөрйәндә халыҡ иҫәбен алыуҙа 33 иҫәпсе, 6 контролер ҡатнаша.

15 октябрҙән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы старт алды. Тарихта тәүге тапҡыр иҫәптә теләгән кеше үҙ аллы ҡатнаша ала, йәғни интернет аша. Шулай итеп, быйылғы иҫәп алыуҙа 3 төрлө юл менән ҡатнашырға була. Халыҡ иҫәп алыусыны өйөндә көтә, йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша үҙ аллы анкета тултыра йәки стационар участокҡа барып мәғлүмәт ҡалдыра ала.

Иҫәп алыу мәсьәләләре буйынса контролер Вәзирә Ҡурамшинаның был өлкәлә тәжрибәһе етерлек.


—Иҫәп алыу кампанияларында 2006 йылдан алып ҡатнашам. Быйылғы октябрь айына билдәләнгән халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы бишенсеһе була. Шуларҙың 2006, 2016, 2021 йылдарҙағылары - ауыл хужалығы, 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса, - ти Вәзирә Дәүләтбай ҡыҙы.


Вәзирә Ҡурмашинаның был өлкәләге хеҙмәте миҙал менән билдәләнгән.
— Был мәлгә тиклем мин кампанияны әҙерләү һәм үткәреү тураһында күп нәмәгә төшөнгәйнем инде. Төрлө йылдарҙа иҫәпсе, инструктор вазифаларын башҡарырға тура килде. Иҫәпселәрҙе уҡыттыҡ, инструктаж үткәрҙек, отчеттар ебәрҙек, кәрәк булһа, алыштырып та йөрөнөк. Ҡараңғы мәлдәрҙә хәүефлерәк урындарға бергәләшеп йөрөп сыҡтыҡ. Күп отчеттар иҫәп алыусының иғтибарлы, ипле, белемле булыуына бәйле. Шуға күрә иҫәп алыуҙа ҡатнашыусыларҙы сифатлы уҡытыуға ныҡлы иғтибар бирергә тырыштыҡ. Бөгөн заманса технологиялар менән эш итәбеҙ. Иҫәп алыу процесы тиҙәйә. Үҙ эшенә яуаплы ҡарағандар һәм сифатлы эштәре менән алдырғандар, шулай уҡ заманса планшеттар менән эш итә белгәндәр был кампанияла һынатмаҫтар, - ти Вәзирә Ҡурамшина.


Бөрйәндә халыҡ иҫәбен алыуҙа 33 иҫәпсе, 6 контролер ҡатнаша. 15, 16, 17 октябрҙә улар өсөн уҡыуҙар үткәрелде. Контролерҙар өсөн уҡыуҙар 30 сентябрҙән 15 октябргә тиклем ойошторолдо.


-Халыҡ иҫәбен алыу статистика өсөн башҡарыла, мәғлүмәттәр бер ҡайҙа ла таратылмай, һалымдар һалынмай, санитар нормалар үтәлә. Шуға күрә ҡурҡырға кәрәкмәй, иҫәп алыуҙа ихлас ҡатнашығыҙ, - тигән теләктәрен еткерҙе Вәзирә Дәүләтбай ҡыҙы.


Тағы бер мөһим мәл - халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән башланһа ла, халыҡ һанын иҫәпләү ваҡыты 2021 йылдың 1 октябре тип алынған. Ошо сәбәпле, 1 октябрҙән һуң тыуғандар һанауға инмәйәсәк. 1 октябргә ҡарата кем тере булып та, йәниҫәп алыусы килгәнгә тиклем мәрхүм булған – улар тураһындағы мәғлүмәт һаналасаҡ. Быларҙың барыһы ла 1 октябргә ҡарата республикала күпме кеше йәшәгәнен белеү өсөн мөһим.

Халыҡ иҫәбен алыу башланды
Халыҡ иҫәбен алыу башланды
Халыҡ иҫәбен алыу башланды
Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: