Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2021, 10:00

Яҡшы юлдар - именлек нигеҙе

Юлдар - халыҡтың йәшәйеше өсөн иң кәрәкле факторҙарҙың береһе. Уларҙың торошо, сифаты йылдар буйы үҙгәрештәр кисерә.

Яҡшы юлдар - именлек нигеҙе
Яҡшы юлдар - именлек нигеҙе

Юлдар - халыҡтың йәшәйеше өсөн иң кәрәкле факторҙарҙың береһе. Уларҙың торошо, сифаты йылдар буйы үҙгәрештәр кисерә.

Юлдарҙы төҙөкләндереү, тәртиптә тотоу – юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре яуаплылығында.

Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы – «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы ҙур һәм тотороҡло эшләүсе предприятиеларҙың береһе. Идаралыҡтың төп бурысы – дөйөм файҙаланыуҙа булған автомобиль юлдарын ремонтлау, асфальт-бетон ҡатнашмаларын әҙерләү һәм юл төҙөлөшө буйынса эштәр башҡарыу. Ул район биләмәһенең юлдар селтәрен ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән бер рәттән, яңы юлдар, күперҙәр төҙөү, ойошмаларҙың, социаль объекттарҙың биләмәләрен төҙөкләндереү менән дә шөғөлләнә.

Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығында 100 хеҙмәткәр эшләй. Ойошма менән Руслан Рафиҡ улы Динисламов етәкселек итә.


-Ағымдағы йылда территориаль заказ буйынса Иҫке Собханғол-Ҡағы һәм Иҫке Собханғол-Мораҡ йүнәлешендәге автомобиль юлдарында капиталь ремонт уҙғарылды. Муниципаль заказ сиктәрендә Иҫке Собханғол-Ғәлиәкбәр юлы рәтләнде, Мәндәғол ауылының Ағиҙел урамына 1 км оҙонлоҡта асфальт түшәлде, Иҫке Собханғолда мәҙәниәт һарайы, Ленин һәм Яр урамдарында, Алағуян йылғаһы аша һалынған күперҙә, Мораҙым ауылының Ташморон урамы юлында, Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылының Үҙән йылғаһы аша һалынған күперҙә ремонт эштәре башҡарылды. Бәләкәй Ҡыпсаҡта Үҙән йылғаһының ярҙары нығытылды. Шулай уҡ тышҡы заказ буйынса район ветстанцияһы майҙансығында, тротуарҙарҙа асфальт яңыртылды. Йыл да техника яңыртылып тора. Быйыл тәгәрмәсле экскаватор, бортлы УАЗ, автогрейдер, еңел автомобиль алыуға өлгәштек, - тине Руслан Рафиҡ улы.


Берҙәм һәм татыу коллективта үҙ эшенең оҫталары эшләй.


Юл эшселәре, водителдәр, юл мастерҙары, бульдозер, автогрейдер, экскаватор, тейәгес һәм каток машинистары, механиктар, инженерҙар, энергетик, асфальт-бетон түшәүселәр, трактористар, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүселәр, оператор, таш ваҡлаусылар, техник лаборанттар араһында Мәжит Ҡолдәүләтов менән Мирхәт Исламғолов 36-шар йыл, Рөстәм Сафин менән Наил Абдуллин - 27 йыл, Тимерйән Байғусҡаров 23 йыл, Фәнил Алтыншин 26 йыл юл эшендә хеҙмәт итәләр.


-Руслан Рафиҡ улы етәкселек итеү осоронда идаралыҡтың эше күпкә яҡшырҙы. Уның етәкселеге аҫтында алынған яңы техника эшебеҙҙе сифатлы итеп башҡарыуға мөмкинлек бирә. Коллективҡа ҡарата ғәҙел һәм шул уҡ ваҡытта талапсан. Һуңғы йылдарҙа иҡтисад өлкәһендә ойошмалар араһында уҙғарылған ярышта «Иң яҡшы ойошма» исемен, юғары етештереү күрһәткестәре өсөн «БР транспорт төҙөүселәре союзы»ның дипломын алдыҡ, етәксебеҙ «Башкиравтодор»ҙың «Йыл кешеһе» дипломына, юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн почет грамоталарына лайыҡ булды. Район күләмендәге шахмат, шашка, йөҙөү, бильярд буйынса ярыштарҙа, һабантуй, Яңы йыл байрамдарында уҙғарылған конкурстарҙа гран-при, беренсе урындар алып киләбеҙ, - тине идаралыҡтың баш инженеры Д. Ҡаһарманов.


Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән артабан да районда яҡшы юлдар барлыҡҡа килер, булған юлдарҙың сифаты тағы ла яҡшырыр тигән өмөттәбеҙ.

Яҡшы юлдар - именлек нигеҙе
Яҡшы юлдар - именлек нигеҙе
Яҡшы юлдар - именлек нигеҙе
Яҡшы юлдар - именлек нигеҙе
Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: