Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2021, 10:00

Ҡомалаҡ икмәге бешерҙек

Бөгөн - Аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. Иҫке Собханғолда йәшәүсе Хөсниямал Хәлил ҡыҙы Ишморатованың ҡомалаҡ икмәктәрен район үҙәгендә күптәр иҫләйҙер.

Ҡомалаҡ икмәге бешерҙек
Ҡомалаҡ икмәге бешерҙек

Бөгөн - Аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. Иҫке Собханғолда йәшәүсе Хөсниямал Хәлил ҡыҙы Ишморатованың ҡомалаҡ икмәктәрен район үҙәгендә күптәр иҫләйҙер.

Хөсниямал инәй 25 йыл Бөрйән пекарняһында эшләгән.
- Беҙ иң ауыр, әсе ваҡыттарҙа эшләнек. Ҡаҙанда ҡомалаҡ ҡайнатып, һарҡытып алабыҙ, әсетәбеҙ. Ҡомалаҡты заготконторанан алып киләләр ине, - тип башланы һүҙен Хөсниямал Хәлил ҡыҙы.


Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарылған заманда ҡамырҙы тиҙ ҡабарта торған әсеткеләр булмаған. Бөтәһе лә тәбиғи әсеткене, йәғни ҡомалаҡты ҡулланып икмәк бешергән.
Ҡомалаҡ икмәге бик файҙалы ла. Ашҡаҙанға яҡшы тәьҫир итә. Ундай икмәк тиҙ иҫкермәй, еҫләнмәй.


- Икмәк бешереү бик оҙайлы эш. Беҙ эшкә килеүгә алдағы смена ҡыҙҙары ҡомалаҡ әсеткеһе ҡуялар, беҙ шуларҙы ҡатырып, бешереп алабыҙ, унан киләһе сменаға тағы әсетке әҙерләйбеҙ, бер әйләнеш икмәк бешереп алыуға ҡамыр баҫып китәбеҙ. Тәүге ваҡыттарҙа кәритәлә баҫтыҡ. Аҙаҡ ҡаҙандарға күсеп алдыҡ.


Бер сменала дүрт ҡаҙан икмәк бешереп ала инек. Дүрт сменала икешәр кеше эшләнек. Кочегарҙар ут яҡты. Өҫтәүенә, тәүге мәлдәрҙә электр энергияһы булманы. Ут ялбырҙатып эшләнек. Көндөҙ эшләйһең ул, ә бына төндәрен ҡыйын булды, - тип хәтерләй Хөсниямал инәй.


Икмәк бешереүҙән тыш, утын ташыу, уны киптереү, складтан он ташыу кеүек эштәрҙе лә үтәргә тура килә уларға.
-Ҙур, ауыр көрәкте мейескә тығып ебәрәһең, икмәге менән бергә һурып алаһың. Шул мәлдәрҙә аяғыма күмер төшөп, янып ыҙаланым, өйрәнеп алғас, бирешмәнем. Ҡайһы ваҡыт алмашсылар сменаға килеп өлгөрмәһәләр, ташлап ҡайтып булмай, артабан эшләйһең. Һыу булмаһа, Алағуяндан һыу ташыныҡ. Хәҙер уйлайым да, нисек эшләгәнбеҙҙер, өсәр төн нисек йоҡламай йөрөнөк икән, тим.


Икмәктең ағын да, икенсе сортын да бешерҙек. Онға ҡытлыҡ булманы, ваҡытында килтереп торҙолар. Белорет яғынан ташынылар. Өс төн эшләйбеҙ, сменанан сыҡҡас, ике көн ял итәбеҙ. Ҡайтҡас йоҡлайым тиһәң дә ғаиләле кешегә ул эләгәме һуң? – ти хеҙмәт ветераны.


Балаларын, малын, донъяһын ҡарар кәрәк. Пекарняла эшләһә лә, өйҙә икмәкте үҙе бешерә. Бер ваҡытта ла эшкә һуңлап йөрөмәгән. 3 йыл Темәстә пекарняла, ҡайтҡас, ашханала эшләп, аҙаҡ аяғына операция яһатып, 54 йәшендә пенсияға сыҡҡан.


-Икмәкте бала кеүек ҡарап ҡына бешермәһәң, уңмай ул. Ҡомалаҡ һәйбәт булһа, икмәк тә ҡабарып, матур булып бешә ине. Кеше икмәкте малы өсөн дә ала ине, халыҡ та күп булды. Төрлө эш урындарына, леспромхозға, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, икмәк магазинына, ашханаға, дауаханаға тараттылар икмәкте.
Пекарняны ла кеше баҫып ыҙалатыр ине. Икмәк хаҡы 13, 20 тин, иң ҡыйбаты 25 тин булды.


Байназарҙан икмәк алырға бер ҡарт килгән бер мәл. Тәҙрәләрҙә ҡорған юҡ, төнгө сменаға барғанмын. Ап-аҡ кейенгән берәү үткәнен аңғарып ҡалдым, ҡот китте. Был ни ғәләмәт? Теге ҡарт минең ҡурҡҡанды аңлап, тыныс ҡына: “Ҡыҙым, ҡурҡма, мин Байназарҙан икмәккә килдем. Мин Сәлмән ҡарт”, тип торған була.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: