Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2021, 08:30

Хөрмәтле юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!

Хөрмәтле  юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм  ветерандары!
Хөрмәтле юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!

Юлдар төбәк-ара бәйләнештәрҙең үҫешендә һәм йәшәйеш кимәлен күтәреүҙә ҙур урын алып тора. Уларҙың ниндәй торошта булыуы юл эшсәндәренең тырышлығына бәйле. Һеҙҙең хеҙмәт һөҙөмтәһе һәр саҡ күҙ алдында, был һеҙгә өҫтәмә бурыстар ҙа, яуаплылыҡ та өҫтәй.


Йыл әйләнәһенә Бөрйән юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре юлдарҙы рәткә килтереү, тейешле тәртиптә тотоу һәм яңыларын төҙөү эшен уңышлы башҡара. Улар юлдарыбыҙ тағы ла яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ булһын өсөн артабан да тырышып эшләрҙәр тип ышанам.


Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм ауыр ҙа, яуаплы ла эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: