Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2021, 10:00

Тәғәйенләнеше – Хоҙайҙан

Бөгөн бөтә донъя анестезиологтар көнө. Халыҡ үҙ иткән, яратҡан, ябай халыҡ араһында ихтирам менән ҡаҙанғандар хаҡында, ғәҙәттә,тәғәйенләнеше, булмышы – Аллаһтан, тиҙәр. Ошо исем-баһа бөтә булған дәүләт наградаларынан, исем-регалияларҙан юғары булыуына берәү ҙә шик тотмай.

Тәғәйенләнеше – Хоҙайҙан
Тәғәйенләнеше – Хоҙайҙан

Бөгөн бөтә донъя анестезиологтар көнө. Халыҡ үҙ иткән, яратҡан, ябай халыҡ араһында ихтирам менән ҡаҙанғандар хаҡында, ғәҙәттә,тәғәйенләнеше, булмышы – Аллаһтан, тиҙәр. Ошо исем-баһа бөтә булған дәүләт наградаларынан, исем-регалияларҙан юғары булыуына берәү ҙә шик тотмай.

Район үҙәк дауаханаһының анестезиолог-реаниматологы Епифанов Игорь Серафимовичҡа ла ошо исем күптән йоҡҡан.
“Ҡулы ипле, килеп тороп башҡортса матур итеп һүҙ ҡуша, иң беренсе дарыу менән түгел, күңелгә өмөт бирерҙәй һүҙе менән дауалай”, - тиҙәр уның хаҡта.
Был табиптың ҡул аҫтында дауаланырға, хатта операция үткәрергә лә яҙҙы.


...Бынан бер 5-6 йыл элек булалыр, үт ҡыуығын алдырырға операция өҫтәленә ятырға йөрөйөм. «Игорь Серафимович, миңә операция яһар алдынан «бисмиллә» тип әйтегеҙ, йәме», - тейем. Теге миңә башҡортсалап тороп: “Әйтәм, Айһылыу апай, әйтәм бисмиллә тип!” - тип тормаһынмы...


Быныһы – лирик сигенеү генә.
Игорь Епифанов 1968 йылдың 23 мартында Иҫке Собханғолда тыуған. Ошонда урта мәктәпте тамамлап, леспромхозға эшкә урынлаша. Украинала 2 йыл әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырырға була - Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. Вузды бөткәс, республика клиник дауаханаһында хирургия буйынса интернатура үтә. Артабан уның хеҙмәт юлы район үҙәк дауаханаһы менән бәйле.


Районда анестезиологтар булмағас, йәш белгесте ошо йүнәлештә уҡырға ебәрәләр. Йәнә Республика клиник дауаханаһында анестезиолог-реаниматолог һөнәрен үҙләштерә, камиллаша.
1998 йылдан ошо йүнәлештә Бөрйәндә эшен дауам итә. Иҫке Собханғол һылыуы Лилиә Фәрит ҡыҙы Уразаева менән яҙмышын бәйләп, Арсений, Ангелина исемле балалар үҫтерәләр. Территориаль һайлау комиссияһында система администраторы булып эшләй хәләл ефете.


Епифановтар – йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәүсе ғаилә. 2006 йылда район ғаиләләре араһындағы конкурста еңеп сығып, артабан республика күләмендә район намыҫын яҡлап, Гран-при яуланылар.


Арсений Рәсәй Оборона Министрлығының Мәскәүҙәге университетын тамамлап, хәрби тәржемәсе булып эшләй. Инглиз, иран-ираҡ телдәрен белә.Ангелина иһә атаһы юлынан киткән – Белорет медицина колледжында уҡый.


Алағуян тамағына етмәҫ борон хозур ерҙә бынамын тигән донъя төҙөп, күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәй Епифановтар. “Беҙҙең ғаилә интернациональ булғас, беҙ икеләтә бәхетле – үҙем дә, балалар ҙа ике телдә лә иркен аралашабыҙ. Башҡорт телен белеүем уҡығанда ла, эшемдә лә, тормошта ла ярҙам итте һәм итә. Беҙҙең ғаиләнең дини байрамдары ла икеләтә күп – аяттар, ҡорбан аштары, Раштыуа, тигәндәй...” - ти Игорь Серафимович.


“Беҙҙең эш туранан-тура халыҡ менән, медицина ярҙамына мохтаж, ауырыуы сәбәпле бәғзе саҡ хатта күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән кешеләр менән бәйле.

(Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 83-сө һанында уҡығыҙ).

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: