+2 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, коронавирусҡа бәйле режимдың һаҡланышын күҙәтеү буйынса рейдтар дауам итә.
10 октябрь көнө район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов ҡатнашлығында сираттағы рейд үткәрелде. 7 сауҙа нөктәһе тикшерелеп, етешһеҙлектәр асыҡланды, 1 протокол төҙөлдө.
Рейдтар артабан да дауам итәсәк. Ойошма, предприятие етәкселәренә, шәхси эшҡыуарҙарға санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп, етешһеҙлектәрҙе булдырмау өсөн тырышыу мөһим.