Мәктәптә 14 уҡытыусы, 12 техник хеҙмәткәр эшләй, 68 бала белем ала, шулай уҡ балалар баҡсаһында 20 бала йөрөй.
Ғәлиәкбәр мәктәбе яңы уҡыу йылын яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алған. Мәктәп йыл да район мәғариф бүлеге комиссияһы тарафынан юғары баһалана - 16 йыл рәттән төп мәктәптәр араһында призлы урындарҙан ҡалғаны юҡ.
Мәктәптә 14 уҡытыусы, 12 техник хеҙмәткәр эшләй, 68 бала белем ала, шулай уҡ балалар баҡсаһында 20 бала йөрөй.
700 мең һумға капиталь ремонт үткәрелгән. Косметик ремонтты техник хеҙмәткәрҙәр эшләгән. “Реаль эштәр” программаһына ярашлы, ингән ерҙәге ишек алыштырылған. Быйыл “Үҫеш нөктәһе” кабинеты асылған.
Ашханала витамин-лаштырылған туҡландырыу ойошторолған. Унда 3 хеҙмәткәр: Илүзә Рамазанова, Фәймә Аҫылғужина, Миләүшә Ишбаева эшләй. Баҡсалының эше генә түгел, ашы ла күп була, тигәндәй, йыйылған уңыштан турамалар, борщтар, компоттар, ҡайнатмалар әҙерләйҙәр.
Баҡсаға мәктәп директоры Сания Сабир ҡыҙы Ишмөхәмәтова үҙе етәкселек итә. Уҡыусылар 13 төркөмгә бүленеп, йәй әйләнәһенә баҡсаны, сәскәләрҙе тәрбиәләйҙәр, һыу һибеп, ҡыйын йолҡалар. Балалар хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫә, сәскә таныу, түтәлдәрҙе тәрбиәләү буйынса белемдәрен арттыра. Уның ҡарауы уҡыуҙың тәүге көндәренән үк уҡыусыларҙың өҫтәлдәренә файҙалы турамалар, төрлө йәшелсә аштары ҡуйыла.
-Мәктәп коллективы мул уңыш йыйып, артып ҡалғанын һатып, кәрәк-яраҡ ала ине. Быйыл йәшелсә-емеш үҫтереү ауырғараҡ тура килһә лә, тырышып үҫтергән уңышыбыҙ мәктәпкә етерлек булды. 500 килограмм картуф, шул уҡ күләмдә кәбеҫтә, 250 килограмм кишер, 200 килограмм һуған, 300 килограмм сөгөлдөр, помидор йыйып алыуға өлгәштек. Йәрминкәлә һатыу өсөн сәскәләрҙең орлоҡтарын йыйып алдыҡ, - ти Сания Ишмөхмәтова.