Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2021, 10:00

Күпер ни сәбәптән ябылды?

Нәби ауылының ике яғын тоташтырған (Ағиҙел аша һалынған) күпергә быйыл 10 йыл тулды. Ауыл халҡына сәбәптәрен аңлатмайынса, был күперҙе тағы ябып ҡуйҙылар. 

Күпер ни сәбәптән ябылды?
Күпер ни сәбәптән ябылды?

Нәби ауылының ике яғын тоташтырған (Ағиҙел аша һалынған) күпергә быйыл 10 йыл тулды. Ауыл халҡына сәбәптәрен аңлатмайынса, был күперҙе тағы ябып ҡуйҙылар. 

 Ни өсөн күпер ябылған икәнлеген гәзит ашамы, халыҡ менән осрашыу үткәрепме асыҡлап бирһәләр яҡшы булыр ине. Ул күпер бит халыҡтың көнитмеше, йәшәйеше өсөн бик тә мөһим.

Иҫке Монасип ауыл хакимиәте башлығы Хәбир Йомағолов:

-5 октябрҙә район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов халыҡ менән осрашты. Осрашыуға 26 кеше килде.


Күпергә төҙәтмәләр индереү, һынау үткәреү маҡсатынан ваҡытлыса ябып торҙолар. Күпме ваҡытҡа ябылыуы билдәһеҙ. Күпер район ҡарамағында түгел, әлегә подрядсыныҡы тип иҫәпләнә, сөнки ул һаман тапшырылмаған. 2010 йылда төҙөлә башлаған күперҙе хәҙер 3-сө подрядсы алды.


Ваҡыт үткән һайын талаптар ҙа үҙгәрә. Проект буйынса күпер тәүҙә йәйәүлеләр һәм еңел автомобилдә үтеү өсөн тип төҙөлгән ине. Шунан уны тик йәйәүлеләр өсөн тип ҡалдырҙылар. Йәшерен-батырыны юҡ, халыҡ араһында ҡайһы саҡ йөк машиналары менән дә үтеүселәр булды. Подрядсылар бағаналар ултыртып та ҡаранылар, халыҡ уларҙы алып ташлап, машина менән йөрөнө, һаҡһыҙ тотондо.


Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Наил Сафин:

-Күперҙән хәрәкәт итеү туҡтатылды. Тикшереү һәм иҫәпләүҙәр һөҙөмтәләре буйынса һығымта яһалғас ҡына күперҙе асыу мәсьәләһе хәл ителәсәк. Был күпер йөк машиналары йөрөү өсөн төҙөлмәгән, шуға күрә Байназарҙағы яғыулыҡ станцияһынан алып ауылға тура юл ремонтланды. Әлеге ваҡытта юл асыҡ һәм яҡшы торошта.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: