Билдәле булыуынса, 15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана. Был мөһим сара 14 ноябрҙә тамамланасаҡ. Пандемияға бәйле, халыҡ иҫәбен алыу бер нисә тапҡыр күсерелә килде.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары В. Вәлиева халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек кимәлен билдәләү, ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда ауыл хакимиәте башлыҡтары һәм халыҡ иҫәбен алыусылар ҡатнашты.
Ауыл биләмәләре башлыҡтары алдына халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү өсөн барлыҡ шарттарҙы булдырыу, атап әйткәндә, халыҡ үҙ иҫәпсеһен таныһын өсөн таныштырыу сараһын күрергә, урамдарҙы яҡтыртыу, өйҙәр һаны, эттәр мәсьәләһен хәл итеү бурыстары ҡуйылды.
Иҫәп алыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға аныҡ яуаптар алды. Ысынбарлыҡта районда нисә кеше йәшәгәнен, бында теркәлеп тә ситтә йөрөгәндәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәңәш ителде.
Йәнә телгә ҡағылышлы һорауҙарға төптән уйлап яуап биреү зарур. Бөгөн, сер түгел, үҙ туған телендә аралашмаған быуын үҫеп килә. Әммә улар үҙ туған телен белмәй тигән һүҙ түгел был.
“Ниндәй телдәр беләһең?” графаһын тултырғанда бик иғтибарлы булыу шарт. Туған телең беренсе урында торорға тейеш. Дотацион район булараҡ, кеше һанына ҡарап бюджет билдәләнә. Әлегә тиклем районда 16 658 кеше иҫәпләнһә лә, ғәмәлдә был һан байтаҡҡа күберәк.
Иҫәп алыуҙа ҡатнашыу өсөн район үҙәгендәге стационар участкаларға мөрәжәғәт итергә йәиһә иҫәп алыусыны өйҙә көтөргә кәрәк. Бынан тыш, “Дәүләт хеҙмәте” порталында электрон иҫәп алыу битен тултырырға мөмкин. Иҫәп алыу ҡағыҙы 33 һорауҙан тора.
Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу - һәр кемебеҙҙең гражданлыҡ бурысы. Әүҙем булайыҡ!