Хөкөм ителеүсе аңлы рәүештә, сит мөлкәтте юҡҡа сығарыу маҡсатынан, һарайҙағы бесәнгә ут төрткән.
29 сентябрҙә Белорет район-ара суды тарафынан Иҫке Собханғол ауылында алдан хөкөм ителгән 46 йәшлек Бөрйән кешеһенә ҡарата енәйәт эше ҡаралды.
Хөкөм ителеүсе аңлы рәүештә, сит мөлкәтте юҡҡа сығарыу маҡсатынан, һарайҙағы бесәнгә ут төрткән. Һөҙөмтәлә, бер центнер бесән янып юҡҡа сыҡҡан һәм һарай ҡыйығы зыян күргән. Килтерелгән зыяндың дөйөм суммаһы 11 мең 137 һум тәшкил иткән.
Суд хөкөм ителеүсенең был ҡылығын РФ Енәйәт кодексының 167-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса ҡараны һәм ике йыл һынау ваҡыты менән шартлы рәүештә ике йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләне.
2021 йылдың 1 октябренә ҡарата суд ҡарары үҙ көсөнә инмәгән ине.