+2 °С
Болотло
Солоҡтарға көҙгө ревизия мәле етте. Тәбиғәт солоҡ балын йыйыу өсөн бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт бирә.
Солоҡсолар ҡорттарҙың тынысланған, әммә ҡышҡы йоҡоға китмәгән ваҡыттарын файҙаланып ҡалырға тейеш.
“Башҡортостан” милли паркы солоҡсолары Хәлил Хәкимов менән Тәлғәт Ҡолдәүләтов “алтын уңыш” йыйыуға тотондолар.
Улар ҡорттарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләйҙәр: умарталарҙы йәй буйы йыйылған ҡыйҙан таҙарталар, йылыны һаҡлау өсөн миндек, үлән, ботаҡтар һалалар. Һәр ҡорт ғаиләһенә яҙға тиклем етерлек солоҡ балы ҡалдыралар, ҡалғандарын алалар. Солоҡсолар 52 солоҡтан 40 килограмм бал йыйып алдылар.