

Күптәр өсөн көҙ етеп, баҡсалағы йәшелсәне йыйып алғандан һуң ҡалған сүп-сарҙы – ҡый үлән, картуф һәм башҡа йәшелсә һабаҡтарын, ағас-ҡыуаҡтарҙың кипкән ботаҡтарын ҡайҙа итергә тигән һорау тыуа. Был ҡалдыҡтарҙы законды боҙмай ғына нисек юҡ итергә? Уларҙы сүп-сар контейнерҙарына ташларға яраймы? Ошо һорауҙарға белгестәр яуап бирә.
Руслан Зарипов,
«Эко-Сити» төбәк операторы вәкиле:
- Урамда сүп-сар майҙансыҡтарында урынлашҡан контейнерҙар тик ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар (ТКО) өсөн тәғәйенләнгән. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар – торлаҡ йорттарҙа кешеләр ҡулланған ваҡытта барлыҡҡа килгән ҡалдыҡтар, шулай уҡ кешенең шәхси һәм көнкүреш ихтыяждарын үтәү йәки файҙаланылыу барышында ҡулланылыу үҙенсәлектәрен юғалтҡан әйберҙәр.
Үҫемлек ҡалдыҡтары “ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар” тигән билдәләмәгә инмәй. Берҙәм тарифтар сиктәрендә үҫемлек ҡалдыҡтарын сығарыу төбәк операторына йөкмәтелмәгән. Баҡса-сылыҡ, йәшелсәселек ҡалдыҡтары контейнерҙарға һалынырға тейеш түгел. Был шулай уҡ капиталь ремонттан ҡалған төҙөлөш ҡалдыҡтары, хәүефле ҡалдыҡтар, малсылыҡ ҡалдыҡтарына ла ҡағыла. Иҫке йыһаз һәм көнкүреш техникаһы эре габаритлы ҡалдыҡтар (КГО) төбәк операторы тарафынан башҡа тарифтар сиктәрендә сығарыла.
Илшат Саттаров,
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығының Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эштәре бүлексәһе начальнигы урынбаҫары:
- Рәсәй Федерацияһында янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренең 63-сө һәм 73-сө пункттарына ярашлы, шәхси йорт янында объекттан 50 метрҙан кәм алыҫлыҡта асыҡ ут (костер) яғыу тыйыла.
Тораҡ пунттарының ер участкаларында (торфлы тупраҡ участоктарынан тыш) ел булмаған көндө, түбәндәге шарттар үтәлгән осраҡта ғына ҡоро үләнде үртәү мөмкин:
- участкаларҙа ҡоро үлән үртәгән урын яҡын тирәләге объекттарҙан (өй, ҡойма, һарай, бәҙрәф, мунса, ағас һ.б.) 50 метрҙан кәм булмаған алыҫлыҡта урынлашырға тейеш;
- үлән үртәгән урын 30 метр радиуста ҡороған ағас, утын ҡалдыҡтарынан, башҡа яныусы материалдарҙан таҙартылған булырға һәм 1,5 метр киңлегендә минераллашҡан һыҙат менән уратып алынырға тейеш;
- биләмәлә янғынға ҡаршы махсус режим индерелмәгән осраҡта;
- сүп-сарҙы үртәгән кешегә даими рәүештә ут эргәһендә булырға кәрәк һәм ҡул аҫ- тында беренсел янғын һүн- дереү саралары ла булырға тейеш.
Ҡыйҙы үртәп бөткәндән һуң йәки көслө ел сыҡһа, утты һыу һибеп йә ҡом менән күмеп һүндерергә кәрәк.
Раян Шахниязов,
Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы:
- Йәшелсәнән ҡалған ҡыйҙы, кипкән үләндәрҙе соҡор яһап күмергә мөмкин, тупраҡҡа бик яҡшы ашлама була. Яндырырға ла мөмкин, тик йорт янында асыҡ ут яғырға ярамай. Шуның өсөн 200 литрлы тимер мискә йә башҡа һауыт ҡулланырға була. Ҡыйҙы үртәгән ваҡытта мотлаҡ янғын хәүеһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, ут янынан китмәҫкә кәрәк. Шулай уҡ янғынға ҡаршы махсус режим осорон да иҫәпкә алыу мөһим. Күршеләр менән дә дуҫ, татыу йәшәргә кәрәк, янғын тураһында ялған хәбәр өсөн штрафтар ҡаралған, шуны ла онотмағыҙ.
Баҡсанан сыҡҡан сүп-сар, утын, төҙөлөш ҡалдыҡтарын контейнерҙарға ташларға ярамай. Иҫкәртеп, киҫәтеп торһаҡ та, Иҫке Собханғолда, мәҫәлән, бер үк кешеләр ТКО-ға ҡағылмаған ҡалдыҡтарын контейнерҙарға бәрәләр. Киләсәктә контейнерҙар янына фотоловушкалар ҡуйыласаҡ.
Әлеге ваҡытта Баҙалда урынлашҡан ҡыйлыҡты тигеҙләп, күмеү эше өҫтөндәбеҙ. Унда ағас ботаҡтарын, ҡыйлыҡ ағас ҡалдыҡтарын яндырыу өсөн махсус урын буласаҡ.